Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 39:21 - Изге Яҙма

21 Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 39:21
23 Referencias Cruzadas  

Мин шулай итермен: мысырҙарҙа һеҙгә ҡарата миһырбан тойғоһо уятырмын. Унан буш ҡул менән китмәҫһегеҙ.


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Алла ихтыяры буйынса, изгелекле эш ҡылып ғазапланыу яманлыҡ ҡылып ғазапланыуға ҡарағанда яҡшыраҡ.


Алла Даниилға хеҙмәтселәр башлығының ыңғай ҡарашын һәм илтифатын ҡылды,


Раббы мысырҙарҙа Исраил халҡына ҡарата миһырбан уятты – улар исраилдар нимә һораһа, шуны бирҙе. Исраил халҡы мысырҙарҙы талап китте.


Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.


Улар Хоревта бер үгеҙ башмаҡ һыны яһанылар, Шул ҡойолған ботҡа табындылар.


Раббы мысырҙарҙың күңелендә Исраил халҡына ҡарата миһырбан тойғоһо уятты. Ә Мусаның үҙен Мысырҙа фирғәүендең ярандары ла, халҡы ла бөйөк ир-уҙаман тип һанай ине.


Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне.


Шул осорҙа Авимәләх үҙенең ғәскәр башлығы Пихол менән бергә Ибраһимға килеп былай тине: – Нимә генә эшләһәң дә, һиңә Алла ярҙам итеп тора.


Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.


уларҙы һаҡсылар башлығы йортондағы төрмәгә, Йософ ултырған зинданға ябырға ҡушты.


Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.


Минең Аллам Үҙенең фәрештәһен ебәргән, ул арыҫландарҙың ауыҙын йомдорҙо, һәм улар миңә теймәне. Алла мине Үҙенең алдында ғәйепһеҙ тип тапты, хәйер, һинең алдыңда ла, батша, бер енәйәт тә эшләгәнем юҡ.


Уның Хам ерендәге мөғжизәләрен, Ҡамышлы диңгеҙендәге дәһшәттәрен.


Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.


Йософ хужаһының күңеленә хуш килде, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йософҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios