Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 27:41 - Изге Яҙма

41 Ғаяз аталарынан хәйләләп алған фатиха өсөн Яҡупҡа асыу тотто. «Атайыбыҙ вафат булһа, – тип уйланы Ғаяз, – Яҡупты үлтерәсәкмен!»

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

41 Ғаяз аталарынан хәйләләп алған фатиха өсөн Яҡупҡа асыу тотто. «Атайыбыҙ вафат булһа, – тип уйланы Ғаяз, – Яҡупты үлтерәсәкмен!»

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

41 Ғаяз аталарынан хәйләләп алған фатиха өсөн Яҡупҡа асыу тотто. «Атайыбыҙ вафат булһа, – тип уйланы Ғаяз, – Яҡупты үлтерәсәкмен!»

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 27:41
34 Referencias Cruzadas  

Аталарының Йософто үҙҙәренә ҡарағанда нығыраҡ яратыуын күреп, ағалары ҡустыларын шул тиклем һөйһөнмәне, хатта уның менән йүнләп һөйләшә лә алманы.


Асыуланырға ашыҡма, Асыу ахмаҡтарҙың эсендә оялай.


Йөрәгендә уның һәр саҡ мәкер, һәр ваҡыт боҙоҡлоҡ уйлап йөрөй, ҡайҙа барһа ла, тауыш сығара.


– Һин беҙҙең өҫтән батша булырға, хакимлыҡ итергә уйлайһыңмы ни әле? – тине уға ағалары. Күргән төшө өсөн дә, уны һөйләгәне өсөн дә уны тағы ла нығыраҡ яратмай башланылар.


Әйләнеп килгән сапҡындар Яҡупҡа: – Ағайың Ғаяз янында булдыҡ, – тинеләр. – Ул дүрт йөҙ кеше менән һиңә ҡаршы килә.


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Һин исраилдарға ғүмер баҡый дошман булдың, уларға бәлә килгәндә, яза сәғәте һуҡҡанда уларҙы ҡылысҡа бирҙең.


сөнки улар ҡан ҡойорға ашыға, аяҡтары яманлыҡҡа табан саба.


Дошман мине ҡыуып етте, Тупраҡҡа һалып тапаны. Гүйә мин күптән үлгәнмен – Дөм ҡараңғылыҡҡа һалды.


Инде өмөтөм Һиндә, йә Раббы, Яуап ҡайтарырһың, Хакимым Аллам!


Хеҙмәтселәре уны, яу арбаһынан төшөрөп, икенсе арбаға ултырта һәм Йәрүсәлимгә алып ҡайта. Ул вафат була, ата-бабалары төрбәһенә дәфен ҡылына. Бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлим Йошияһ өсөн ҡайғырып илай.


Исраил халҡы Моав тигеҙлегендә Муса өсөн утыҙ көн йәш түкте. Бына Муса өсөн матәм көндәре лә үтеп китте.


Ул ҡартайып, был тормошта күререн күреп вафат булды һәм ата-бабаларына ҡушылды. Уны улдары Ғаяз менән Яҡуп ерләне.


Ағайым Ғаяздан һаҡлай күр мине. Мин ҡурҡам: килер ҙә мине лә, балаларым менән әсәләрен дә үлтерер!


Әммә Рабиғаға өлкән улының уйын еткерҙеләр. Ул Яҡупты, кесе улын, үҙ янына саҡыртып алды ла былай тине: – Ағайың Ғаяз һине үлтерергә итә.


Яҡуп Эдом илендәге Сеғир еренә ағаһы Ғаязға сапҡын ебәреп,


Һуңынан үҙ хеҙмәтендәге табиптарға атаһының мәйетен бәлзәмләргә әмер бирҙе. Табиптар Исраилды бәлзәмләргә кереште.


Ағалары Йософтоң яҡынлашып килеүен алыҫтан уҡ күрҙе һәм уны үлтерергә һүҙ ҡуйышты.


Аталары үлгәндән һуң, Йософтоң ағалары уйға ҡалды: «Әгәр Йософ беҙгә элеккесә асыу һаҡлап, беҙҙән күргән яуызлыҡ өсөн үс алырға теләһә, ни эшләрбеҙ?»


Рәнйеүле туған – нығытмалы ҡала, ә ыҙғыш бикле ҡапҡа һымаҡ айыра.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios