Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 25:23 - Изге Яҙма

23 Раббы уға: – Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, Ике халыҡ һинән яралыр. Береһе икенсеһенән көслө булыр, Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Раббы уға: «Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, Ике халыҡ һинән яралыр. Береһе икенсеһенән көслө булыр, Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер», – тине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Раббы уға: – Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, Ике халыҡ һинән яралыр. Береһе икенсеһенән көслө булыр, Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 25:23
33 Referencias Cruzadas  

Ҡылысың ни тапһа, йәшәүең шунан булыр, Хеҙмәт итерһең һин ҡустыңа. Әммә килер бер көн – һин ярһырһың, Елкәңдәге ҡамыттан ҡотолорһоң.


Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!


Эдомдың бөтә ерендә ул һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһондо. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандырҙы.


Шунан ул Эдомдың бөтә ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһона. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандыра.


Рабиғаға фатиха биреп, ошо һүҙҙәрҙе әйттеләр: – Нәҫел-нәсәбең, һылыуҡайыбыҙ, Мең булһын, ун мең булһын! Һинең балаларың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолаһын!


Мин уға фатиха ҡылам һәм унан һиңә бер ул бирәм. Уға фатихамды бирәм: ул халыҡтарҙың әсәһе булыр, нәҫеленән батшалар сығыр.


Муса Ҡадештан Эдом батшаһына илселәр ебәреп, ошо үтенесен еткерергә ҡушты: – Һиңә туғандарың – Исраил халҡы мөрәжәғәт итә: беҙҙең иңгә ниндәй михнәттәр төшкәнен беләһең.


Ул саҡта Эдомда батша юҡ, тик батшаның вәкиле генә бар ине.


Былар – исраилдарҙа батшалар барлыҡҡа килгәнгә тиклем Эдомда хакимлыҡ иткән батшалар:


Яҡуп үҙе алдан китте һәм, ағаһы янына барып еткәнсе, уның алдында ете тапҡыр ергә ҡапланды.


Малайҙар үҫте. Ғаяз гел ялан ҡыҙырыр булды, мәргән һунарсы булып китте, ә Яҡуп сатырҙан сыҡмай торған тыныс егет ине.


– Һинең менән төҙөгән килешеүем шул: һин бик күп халыҡтарҙың атаһы булырһың.


Әйләнеп килгән сапҡындар Яҡупҡа: – Ағайың Ғаяз янында булдыҡ, – тинеләр. – Ул дүрт йөҙ кеше менән һиңә ҡаршы килә.


Рабиғаның бала табыр ваҡыты еткәс, игеҙәктәр тыуҙы.


Исхаҡ, ҡаушауынан ҡалтыранып: – Ә һин килгәнсе үк мине һунарҙан алып ҡайтҡан ит менән һыйлаған кеше кем булды һуң? – тип һораны. – Мин уны бәхилләнем бит. Хәҙер ул фатихалы булды инде.


Халыҡҡа бойороҡ бир: „Сеғирҙа йәшәгән туғандарығыҙҙың, Ғаяз тоҡомдарының, ерҙәре аша үтәсәкһегеҙ. Улар һеҙҙән ҡурҡыр, тик улар менән һуғышыуҙан һаҡ булығыҙ, сөнки һеҙгә ерҙәренең табан яҫылығы тиклемен дә бирмәйәсәкмен. Мин Сеғир таулығын Ғаязға биләмә итеп биргәнмен.


Ғарава тигеҙлеге буйлап беҙ Элаҫ һәм Ғәсйон-Ғәвәрҙән башланған юл менән Сеғирҙа йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ Ғаяз нәҫелдәре янынан уҙҙыҡ һәм, боролоп, Моав сүленә йүнәлдек.


Исхаҡ былай тип яуап бирҙе: – Мин уны һинең хакимың итеп ҡуйҙым, бөтә ағай-энене уға ҡол иттем, икмәк тә, шарап та бирҙем. Һинең өсөн нимә генә эшләй алам инде мин, улым?


Әммә Исраил баш тартты: – Беләм, – тине, – беләм мин, улым. Менашшеның тоҡомонан да бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп халыҡтарға башланғыс һалыр.


Дауыт, кинйә малай ине. Уның өлкән ағаларының өсәүһе иһә Шаул янында ине.


Халыҡтың ҡотолоп иҫән ҡалғандары, Сион тауына күтәрелеп, Ғаяз тауына хакимлыҡ итер. Раббы батшалығы башланыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios