Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 25:18 - Изге Яҙма

18 Уның нәҫел-нәсәбе Хауиланан алып Шурға тиклемге ерҙәрҙә йәшәне, был ерҙәр Ашшурға барған юлда, Мысыр сигендә урынлашҡан. Тик ағай-энеләр үҙ-ара татыу булманы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Уның нәҫел-нәсәбе Хауиланан алып Шурға тиклемге ерҙәрҙә йәшәне, был ерҙәр Ашшурға барған юлда, Мысыр сигендә урынлашҡан. Тик ағай-энеләр үҙ-ара татыу булманы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Уның нәҫел-нәсәбе Хауиланан алып Шурға тиклемге ерҙәрҙә йәшәне, был ерҙәр Ашшурға барған юлда, Мысыр сигендә урынлашҡан. Тик ағай-энеләр үҙ-ара татыу булманы.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 25:18
17 Referencias Cruzadas  

Улың кешеләр араһында Ҡырағай бер ишәк һымаҡ булыр: Һәр кешегә ҡулын күтәрер. Барыһынан да үҙе шуны күрер, Бөтә туғандарынан да ситтә йәшәр.


Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, Негевҡа китте һәм Ҡадеш менән Шур араһына барып урынлашты, һуңынан бер килке Герарҙа йәшәне.


Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе.


Шаул ғәмәлектәрҙе ҡыйратты һәм Хауиланан алып Мысыр сигендәге Шурға тиклем уларҙы эҙәрләп барҙы.


Ул Паран сүлендә йәшәне, әсәһе уға Мысырҙан кәләш алып бирҙе.


Сиддим үҙәнендә ыҫмалалы соҡорҙар күп ине. Содом менән Ғамора батшаларының яугирҙәре ҡасып барғанда ошо соҡорҙарға батты, тере ҡалғандар тауҙарға ҡасты.


Лут, тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны.


Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр.


Куштың улдары: Сева, Хауила, Савта, Рағма һәм Савтеха. Рағманың улдары: Шева менән Дедан.


Уларҙың береһе Пишон тип атала, ул Хауила ерен – алтын сыҡҡан ерҙәрҙе уратып аға.


Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты.


Раббы фәрештәһе Хәжәрҙе Шурға илткән юлдағы ҡоҙоҡ янында осратты.


Муса Исраил халҡын Ҡамышлы диңгеҙҙән Шур сүленә алып китте. Өс көн буйы сүл буйлап атланылар, әммә эсергә тамсы ла һыу тапманылар.


Бабилдар менән бөтә халдейҙарҙы, Пеҡод, Шоағ һәм Ҡоағ халҡын, барлыҡ ашшурҙарҙы, матур егеттәрҙе – улар барыһы ла түрәләр, етәкселәр, ғәскәр башлыҡтары, мәшһүр әҙәмдәр, атлылар – һиңә ҡаршы күтәрәсәкмен.


Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы була. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios