4 Өсөнсө көндә ул алыҫтан уҡ шул урынды күрҙе.
Изге Яҙмала яҙылғанса, Ул ерләнде һәм өсөнсө көндә терелде,
Ғайса уларға былай тип яуапланы: – Барығыҙ, ул төлкөгә: «Бөгөн һәм иртәгә ендәрҙе ҡыуырмын, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырмын, өсөнсө көнгә эшемде тамамлармын», – тип әйткәнемде еткерегеҙ.
Уны үлтерәсәктәр, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине. Шәкерттәр оло ҡайғыға төштө.
Ике көндән беҙҙе терелтер, Өсөнсө көнгә аяҡҡа баҫтырыр, Уның алдында йәшәрбеҙ.
Өсөнсө көнөнә Эстер, батшабикә кейемен кейеп, батша һарайының эске ихатаһына, тәхет залы ҡаршыһына килеп баҫты. Был мәлдә батша залдың ишегенә ҡаршы урынлашҡан тәхетендә ултыра ине.
– Кире борол да халҡымдың етәксеһе Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе еткер, атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: «Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Бына, һаулығыңды ҡайтарам. Өсөнсө көндә Раббы ҡорамына барырһың.
Дауыт ҡаршы яҡҡа сыҡты ла тауҙың башына менеп баҫты. Аралары алыҫ ҡына ине.
Тағы шул: ете көн тупламдан ситтә булығыҙ. Кеше үлтергән йәки мәйеткә ҡағылған һәр кем – үҙегеҙ ҙә, әсирҙәрегеҙ ҙә – өсөнсө көндө һәм дә етенсе көндө таҙарынһын.
Таҙа кеше өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә әлеге һыуҙы нәжес кеше өҫтөнә һирпһен – шул рәүешле етенсе көндә уны нәжестән таҙарындырыр. Нәжес әҙәм кейемдәрен һыу менән йыуһын, йыуынһын һәм кискә таҙа булыр.
Ул таҙарыныу һыуы менән өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә таҙарынһа, таҙа булыр. Әгәр өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә таҙарынмаһа – таҙа булмаҫ.
Исраилдар Раббы тауынан ҡуҙғалып, өс көнлөк юлға сыҡты. Өс көнөндә лә Раббының Килешеү һандығы уларға туҡталыр урын күрһәтер өсөн алдарынан барҙы.
Әммә өсөнсө көнгә ҡалған ҡорбан ите яндырылһын.
Муса халыҡҡа былай тине: – Иртәнән һуңға әҙерләнегеҙ, ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡтан тыйылығыҙ.
иртәнән һуңға әҙерләнһендәр. Сөнки иртәнән һуң бөтә халыҡтың күҙ алдында Раббы Синай тауына төшәсәк.
Муса Исраил халҡын Ҡамышлы диңгеҙҙән Шур сүленә алып китте. Өс көн буйы сүл буйлап атланылар, әммә эсергә тамсы ла һыу тапманылар.
– Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.
Иртәгәһен Ибраһим иртә менән тороп ишәген эйәрләне, ике хеҙмәтсеһен, Исхаҡты эйәртте, ҡорбанды яндырырға утын ҡырҡып алды ла юлға сыҡты – Алла күрһәткән урынға йүнәлде.
– Ошонда ишәк янында тороп тороғоҙ, – тине ул хеҙмәтселәренә. – Ә беҙ улым менән барып Аллаға ғибәҙәт ҡылабыҙ ҙа кире янығыҙға килербеҙ.