Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 21:10 - Изге Яҙма

10 Ибраһимға: – Был ҡол ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Уның улы минең Исхағым менән бер тиң тороп һинең вариҫың булмаһын! – тине.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Ибраһимға: – Был ҡол ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Уның улы минең Исхағым менән бер тиң тороп һинең вариҫың булмаһын! – тине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Ибраһимға: – Был ҡол ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Уның улы минең Исхағым менән бер тиң тороп һинең вариҫың булмаһын! – тине.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 21:10
17 Referencias Cruzadas  

Ҡол ғаиләлә ваҡытлыса ғына тора, ә атаның улы мәңгегә ғаилә ағзаһы була.


Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.


Шуға күрә һин инде ҡол түгел, ә Алла балаһы. Балаһы икәнһең, вариҫ һымаҡ, Алланың вәғәҙә иткәнен уртаҡлашырһың.


Әгәр ҙә Алла вәғәҙә иткән нәмә ҡанунды үтәүгә бәйле булһа, ул инде вәғәҙәгә бәйле булмай бит. Ибраһимға иһә Алла уны вәғәҙә аша бүләк иткән.


Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тигән.


Бына Ибраһимдың улы Исхаҡтың нәҫел шәжәрәһе. Ибраһимдың улы Исхаҡ.


Ә йәриәләренән тыуған улдарын Ибраһим мул бүләктәр бирҙе лә үҙе иҫән саҡта уҡ көнсығышҡа – шул яҡтағы ерҙәрҙә үҙ аллы йәшәргә ебәрҙе – уларҙы Исхаҡ янынан алыҫҡараҡ оҙатты.


Ул ҡулын һуҙып бысағын алды ла улын салмаҡсы булды.


– Мин был яҡтарҙа Алланан ҡурҡмайҙарҙыр, ҡатыным арҡаһында мине үлтерерҙәр, тип уйланым, – тине Ибраһим. –


Әммә килешеүемде киләһе йыл ошо ваҡытта Саранан тыуасаҡ улың Исхаҡ менән нығытырмын.


– Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен.


Әҙәпһеҙҙе ҡыуып ебәр – ыҙғыш китер, янъял менән талаш тыныр.


Ғилғәдтең ҡатыны ла уға улдар табып бирҙе. Был улдар, ир ҡорона кергәс, Ифтахты ҡыуып ебәрҙе: – Һин беҙҙең атайыбыҙ йортонда вариҫ түгел, сөнки һин бүтән ҡатындан тыуғанһың, – тинеләр уға.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios