Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 20:17 - Изге Яҙма

17 Ибраһим Аллаға доға ҡылды, Алла Авимәләхте, уның ҡатынын һәм ҡолиәләрен һауыҡтырҙы, ҡатындар тағы бала таба башланы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Ибраһим Аллаға доға ҡылды, Алла Авимәләхте, уның ҡатынын һәм ҡолиәләрен һауыҡтырҙы, ҡатындар тағы бала таба башланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Ибраһим Аллаға доға ҡылды, Алла Авимәләхте, уның ҡатынын һәм ҡолиәләрен һауыҡтырҙы, ҡатындар тағы бала таба башланы.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 20:17
18 Referencias Cruzadas  

Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Имандаштар, беҙҙең хаҡҡа доға ҡылығыҙ.


Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса.


Һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар.


Исраилдың Изгеһе, Уны бар ҡылған Раббы былай ти: «Һеҙгәме Минең балаларымдың Киләсәге хаҡында һорау бирергә? Үҙ ҡулдарымдың ижады тураһында Һеҙме Миңә күрһәтмәләр бирерһегеҙ?


Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.


Улар Күк Аллаһына хуш килерлек ҡорбандар килтерһендәр һәм, батша менән уның улдарына ғүмер теләп, доға уҡыһындар.


Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы.


Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.


Шемуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте.


Раббы ямандарҙан алыҫ тора, иманлының доғаһына ҡолаҡ һала.


Шунан Муса Раббыға: – Эй Аллам, ялбарам һиңә, уны һауыҡтыр! – тип ялбарҙы.


Халыҡ Мусаға килде: – Раббыға ла, һиңә лә ҡаршы телләшеп, гонаһ ҡылдыҡ беҙ. Раббынан ялбарып һора әле, Ул беҙҙән йыландарҙы алһын. Муса, халыҡ хаҡына доға ҡылып, Раббыға ялбарҙы.


Инде ете үгеҙ, ете һарыҡ тәкәһе алығыҙ ҙа, ҡолом Әйүп янына барып, үҙегеҙ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны салығыҙ. Ҡолом Әйүп һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылһын. Мин, уның доғаһын ҡабул итеп, ахмаҡлығығыҙ өсөн, Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәгәнегеҙ өсөн, һеҙгә тейешле язаны бирмәм.


Әммә Раббы Ибрамдың ҡатыны Сараяны үҙенә алғаны өсөн фирғәүенгә һәм уның һарайындағы кешеләргә ауыр бәлә-ҡазалар ебәрҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios