Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 20:1 - Изге Яҙма

1 Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, Негевҡа китте һәм Ҡадеш менән Шур араһына барып урынлашты, һуңынан бер килке Герарҙа йәшәне.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, Негевҡа китте һәм Ҡадеш менән Шур араһына барып урынлашты, һуңынан бер килке Герарҙа йәшәне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, Негевҡа китте һәм Ҡадеш менән Шур араһына барып урынлашты, һуңынан бер килке Герарҙа йәшәне.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 20:1
23 Referencias Cruzadas  

Шулай итеп, Исхаҡ Герарҙа йәшәргә ҡалды.


Илдә Ибраһим заманындағы йотлоҡтан башҡа тағы бер аслыҡ булды. Исхаҡ Герарға, пелештиҙәр батшаһы Авимәләхкә китте.


Раббы, мине хуш күргән сағыңда Тау һымаҡ ҡаҡшамаҫ, ғорур иттең. Әммә йөҙөңдө йәшергәс, Мин йәнә хафаға ҡалдым.


Мамре имәнлеге янында Ибраһимға Раббы күренде. Ул көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡҡайны, алдында өс мосафир торғанын күрҙе. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡапланып, былай тине:


Шаул ғәмәлектәрҙе ҡыйратты һәм Хауиланан алып Мысыр сигендәге Шурға тиклем уларҙы эҙәрләп барҙы.


Сөнки икегеҙ ҙә Цин сүлендә, Мерива-Ҡадеш һыуҙарында, исраилдар алдында мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ һәм Миңә тоғро булманығыҙ.


Шунан беҙ, Аллабыҙ Раббы бойороғо буйынса, Хоревтан киттек. Әмөриҙәрҙең таулы иленә барышлай, инде үҙегеҙ күргән мөһабәт һәм ҡурҡыныс сүлде үтеп, Ҡадеш-Барнеағҡа килеп еттек.


Беҙ Раббыға ялбарҙыҡ – Ул ишетте, фәрештәһен ебәрҙе, беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты. Бына беҙ хәҙер Ҡадешта, һинең илдең сигендәге ҡалала.


Ерҙәрҙе ҡарап сыҡҡас, ҡырҡ көндән ҡайтып килделәр.


Авимәләх, кәңәшсеһе Ахуззаҫ һәм ғәскәр башлығы Пихолды эйәртеп, Герарҙан Исхаҡ янына килде.


әммә Герар көтөүселәре: «Был беҙҙең һыу», – тип Исхаҡтың көтөүселәре менән бәхәсләшеп китте. Ыҙғыш ҡоҙоҡ өсөн сыҡҡанлыҡтан, уға Эсек тип исем бирҙеләр.


Исхаҡ яңы ғына Беер-Лахай-Роиҙан ҡайтҡайны. Был ваҡытта ул Негевта йәшәй ине.


Ибрам ҡатыны, барлыҡ мөлкәте менән Мысырҙан сығып, Негевҡа юл тотто. Лут та уның менән ине.


Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.


Шуға күрә Ҡадеш менән Бәрәд араһында ятҡан был ҡоҙоҡ «Беер-Лахай-Рои» тип атала.


Раббы фәрештәһе Хәжәрҙе Шурға илткән юлдағы ҡоҙоҡ янында осратты.


Ибрамдың ҡатыны Сарая бала тапманы. Хәжәр исемле бер мысыр ҡыҙы уның хеҙмәтсеһе ине.


Унан боролоп, улар Ғейн-Мишпатҡа, йәғни Ҡадешҡа килделәр, ғәмәлектәрҙең бөтә ерҙәрен баҫып алдылар һәм Хасасон-Тамарҙа йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыйраттылар.


Ибрам тағы юлға сыҡты һәм Негевҡа табан йүнәлде.


Уның нәҫел-нәсәбе Хауиланан алып Шурға тиклемге ерҙәрҙә йәшәне, был ерҙәр Ашшурға барған юлда, Мысыр сигендә урынлашҡан. Тик ағай-энеләр үҙ-ара татыу булманы.


Муса Исраил халҡын Ҡамышлы диңгеҙҙән Шур сүленә алып китте. Өс көн буйы сүл буйлап атланылар, әммә эсергә тамсы ла һыу тапманылар.


Ибраһим пелештиҙәр ерендә килмешәк булып бик оҙаҡ йәшәне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios