Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 19:5 - Изге Яҙма

5 – Һиңә ҡунырға ингән кешеләр ҡайҙа? – тип ҡысҡырҙы улар Лутҡа. – Сығар бында, беҙ уларҙы татып ҡарарға теләйбеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 – Һиңә ҡунырға ингән кешеләр ҡайҙа? – тип ҡысҡырҙы улар Лутҡа. – Сығар бында, беҙ уларҙы татып ҡарарға теләйбеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 – Һиңә ҡунырға ингән кешеләр ҡайҙа? – тип ҡысҡырҙы улар Лутҡа. – Сығар бында, беҙ уларҙы татып ҡарарға теләйбеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 19:5
23 Referencias Cruzadas  

Улар шулай кәйефләнеп ултырғанда, ҡаланың аҙғын кешеләре, өйҙө уратып алып, ишек шаҡый башланы. Йорт хужаһына: – Һиңә килгән кешене сығар, беҙ уны татып ҡарайыҡ, – тип ҡысҡырҙылар.


Ошо фәрештәләр кеүек, фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Ғамора һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.


Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!


Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ менән яҡынлыҡ ҡылған кеүек яҡынлыҡ ҡылма. Был – ерәнгес.


фәхешлек ҡылыусылар, ирҙәр менән енси мөнәсәбәткә инеүсе ирҙәр, кеше менән һатыу итеүселәр, алдаҡсылар, ялғанлап ант итеүселәр һәм, ғөмүмән, хаҡ тәғлимәткә ҡаршы килеүсе бөтөнөһө өсөн сығарылған.


Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,


Самария һин ҡылған гонаһтарҙың яртыһын да эшләмәне. Әшәкелектә һин уларҙан арттырып ебәрҙең. Ҡылған ҡәбәхәтлектәрең алдында апайың менән һеңлең тоғрораҡ булып күренде.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


Һеңлең Содомдың ғәйебе бына нимәнән ғибәрәт ине: үҙе лә, ҡыҙҙары ла тәкәббер булдылар, туйып шаштылар, эшһеҙлектән аҙҙылар, фәҡирҙәр менән мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙманылар.


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Уларҙы язалаған сағымда Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Шул арҡала яуындар туҡталды, Хатта яҙғы ямғыр яуманы, Шунда ла фәхишә һымаҡ битһеҙһең, Оят тигәнде белмәйһең.


Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.


Әгәр берәй ир, ҡатындар менән яҡынлыҡ ҡылған һымаҡ, башҡа бер ир менән яҡынлыҡ ҡылһа, икеһе лә әшәкелек ҡылған була һәм улар үлтерелер. Үлемдәрендә үҙҙәре ғәйепле.


Күптәр уларҙың аҙғынлығына эйәрер, һәм уларҙың шул эштәре арҡаһында хәҡиҡәт юлы хурланыр.


Ә әхлаҡһыҙ кешеләр араһында интеккән тәҡүә Лутты уларҙың аҙғынлығынан ҡотҡарған.


Лут, тупһаға сығып, артынан ишекте япты ла уларға былай тине:


Исраил ҡыҙҙары һәм улдары араһынан бер кем дә боттарға табыныу ҡорамдарында фәхешлек менән шөғөлләнергә тейеш түгел.


Боттарға табыныу урындарында фәхешлек менән шөғөлләнгән ирҙәр ҙә бар ине. Халыҡ исраилдар алдынан Раббы ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең бөтә ерәнгес эштәрен ҡабатланы.


Йеһошафат атаһы Аса заманынан тороп ҡалған боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән ирҙәрҙе юҡ итте.


Улар эреләнде, Миңең хозурымда ерәнгес эштәр ҡылды, һәм Мин, быны күреп, уларҙы юҡ иттем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios