Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 19:31 - Изге Яҙма

31 Бер көндө өлкән ҡыҙы кесеһенә былай тине: – Атайыбыҙ ҡартая. Беҙҙең менән ерҙәге йола буйынса йәшәрлек ир-ат юҡ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

31 Бер көндө өлкән ҡыҙы кесеһенә былай тине: – Атайыбыҙ ҡартая. Ерҙә беҙҙең менән ата-бабаларҙан ҡалған йола буйынса йәшәрлек ир-ат юҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

31 Бер көндө өлкән ҡыҙы кесеһенә былай тине: – Атайыбыҙ ҡартая. Беҙҙең менән ерҙәге йола буйынса йәшәрлек ир-ат юҡ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 19:31
10 Referencias Cruzadas  

Әгәр ағалы-энеле бергә йәшәп, береһе балаһы булмайынса үлеп китһә, уның тол ҡатыны ситкә кейәүгә сығырға тейеш түгел. Ҡәйнеше уға өйләнһен һәм уның менән йәшәһен. Шулай итеп, ул үлгән туғанының ҡатыны алдындағы бурысын үтәр.


Ул көн ете ҡатын, бер иргә йәбешеп: «Үҙ икмәгебеҙҙе ашарбыҙ, үҙ кейемебеҙҙе кейербеҙ, тик һинең исемеңде алайыҡ, беҙҙе хурлыҡтан ҡотҡар», – тип әйтәсәк.


Ибрам Хәжәр менән яҡынлыҡ ҡылды. Хәжәр ауырға ҡалды. Үҙенең йөклө икәнен белгәс, маһайып китеп, ул хужабикәһен һанға һуҡмай башланы.


Сарая Ибрамға: – Раббы миңә бала бирмәне инде. Һин минең хеҙмәтсем менән йоҡлап ҡара, бәлки, ул миңә бала табып бирер, – тине. Ибрам Сараяның һүҙен тыңланы.


Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа, һәм унан һуңыраҡ та, ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.


Әҙәм ҡатыны Һауа менән яҡынлыҡ ҡылды. Һауа ауырға ҡалды һәм Ҡабил исемле улын тапты. «Раббы рәхмәте менән уллы булдым», – тине Һауа.


Содом менән Ғамораға, үҙәндең тирә-яғына күҙ һалды һәм күрҙе: ерҙән, мейестән сыҡҡан һымаҡ, төтөн күтәрелә ине.


Был һүҙҙәрҙе ул нимә тип әйтергә белмәгәнлектән әйтте, сөнки улар өсөһө лә бик ҡурҡҡайны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios