Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 19:3 - Изге Яҙма

3 Әммә Лут бик ҡыҫтағас, риза булдылар, уның йортона киттеләр. Лут уларҙы һыйларға сөсө икмәк бешерҙе, тамаҡтарын туйҙырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Әммә Лут бик ҡыҫтағас, риза булдылар, уның йортона киттеләр. Лут уларҙы һыйларға сөсө икмәк бешерҙе, тамаҡтарын туйҙырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Әммә Лут бик ҡыҫтағас, риза булдылар, уның йортона киттеләр. Лут уларҙы һыйларға сөсө икмәк бешерҙе, тамаҡтарын туйҙырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 19:3
18 Referencias Cruzadas  

Ҡатындың һимертелгән башмағы бар ине. Шуны тиҙ генә салдыртты. Ҡамыр баҫып, сөсө икмәк бешерҙе.


Гидғон ҡайтып кәзә бәрәсе салды, бер эфа ондан сөсө икмәк бешерҙе. Итте кәрзингә һалды, ә һурпаны көршәккә ҡойоп, имән төбөнә ҡунаҡҡа килтереп бирҙе.


Ҡунаҡсыл булырға онотмағыҙ, сөнки шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә белмәйенсә фәрештәләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән.


Шуға күрә иҫке әсеткенән – мәкерлек һәм яуызлыҡ әсеткеһенән – бешерелгән икмәк менән түгел, ә сөсө икмәк – сафлыҡ һәм хәҡиҡәт икмәге – менән байрам итәйек.


Уларға Мысырҙан алып сыҡҡан ҡамырҙан сөсө икмәк генә бешерергә тура килде, сөнки ҡамыр әсеткеһеҙ ине. Улар бит илдән ҡыуылып сыҡты, ҡабаланып, юлда ашарға ризыҡ әҙерләп тә өлгөрмәне.


Бөтә нәмәлә беҙҙең менән Мәсих мөхәббәте идара итә, сөнки бер Кеше бөтәһе өсөн үлгән икән, тимәк, бөтәһе лә үлде, тип ышанғанбыҙ.


Унда Ғайса хөрмәтенә табын йыйҙылар. Марта өҫтәл тәрбиәләп йөрөнө, ә Әлғазар Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы.


Хужа хеҙмәтсеһенә: «Бар, ҡала ситендәге юлдарға, һуҡмаҡтарға сыҡ, кешеләрҙе бында килергә күндер, өйөм тулы булһын, – тип бойорған. –


Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше тороп икмәкте дуҫлыҡ хаҡына бирмәһә лә, тегеһе өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡышҡас, күпме кәрәк, шулай барыбер биреп ебәрер.


Үҙенең өйөндә Леви Ғайса хөрмәтенә оло табын ҡорҙо. Табынға һалым йыйыусылар һәм башҡа кешеләр ҙә күп килде.


Бер көндө Ильясиғин Шунем ҡалаһына килде. Шунда уны бер бай ҡатын өйөнә төшкө ашҡа алып ҡайтты. Бынан һуң, ҡасан ғына Шунемға барһа ла, пәйғәмбәр ризыҡ ейер өсөн ошонда инер булды.


Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр.


Бала үҫә төшкәс, уны күкрәктән айырҙылар. Исхаҡты күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес йыйҙы.


– Хакимдарым, мин ҡолоғоҙҙоң өйөнә рәхим итегеҙ, миндә ҡунығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ, иртән торғас, юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ. – Юҡ, – тине улар. – Беҙ урамда ғына ҡунырбыҙ.


– Рәхим ит, Раббы рәхмәтендәге кеше! – тине Лаван. – Ниңә бында тораһың, үҙеңә лә, дөйәләреңә лә урын әҙерләнем.


Исхаҡ уларға мәжлес ойошторҙо, улар ашаны-эсте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios