Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 18:23 - Изге Яҙма

23 Раббыға яҡыныраҡ килеп: – Яуыздар менән бергә тәҡүәләрҙе лә юҡ итерһеңме икән ни? – тип һораны. –

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Раббыға яҡыныраҡ килеп: – Яуыздар менән бергә тәҡүәләрҙе лә юҡ итерһеңме икән ни? – тип һораны. –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Раббыға яҡыныраҡ килеп: – Яуыздар менән бергә тәҡүәләрҙе лә юҡ итерһеңме икән ни? – тип һораны. –

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 18:23
15 Referencias Cruzadas  

Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.


Дауыт, халыҡты ҡырған фәрештәне күргәс, Раббыға былай тине: – Мин гонаһ ҡылдым, енәйәтте мин эшләнем. Ә был кешеләрҙең, Һинең һарыҡтарыңдың, ниндәй ғәйебе бар һуң? Ҡулыңды миңә һәм атайым йортона төшөрһәнә.


Ә Авимәләх Сараға әле ҡағылмаған ине. – Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы ул. – Һин бер ни белмәгән ғәйепһеҙ халыҡты һәләк итерһеңме ни?


Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Ғәҙеллектең дошманы идара итә аламы? Хаҡлыҡ һәм ҡөҙрәт Эйәһен хөкөм итмәксеһеңме?


Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?


Юлбашсылары – үҙҙәренән булыр, Хакимдары үҙ араларынан сығыр. Уны Үҙемә яҡынайтырмын, Ул да Миңә яҡынлашыр. Юҡһа, саҡырылмаған килеш кем Миңә яҡынларға баҙнат итер? – тип белдерә Раббы. –


Алла ғәҙелһеҙлек ҡыламы, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе дөрөҫлөктө боҙамы?


Ильяс беҙҙең кеүек үк кеше булған. Ямғыр яумауын теләп, ул тырышып доға ҡылған, һәм ергә өс йыл ярым ямғыр яумаған.


Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.


Бәлки, был ҡалала илле кеше тәҡүәлер – шулай булһа ла уны юҡ итерһеңме, ошо илле кеше хаҡына ла аямаҫһыңмы?


Ялған эштән алыҫ тор. Ғәйепһеҙҙе һәм хаҡлыны үлемгә дусар итмә, сөнки Мин ундай яуызлыҡ ҡылған әҙәмде аҡламайым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios