Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 17:17 - Изге Яҙма

17 Ибраһим йөҙтүбән ергә ҡапланды ла көлдө. Эстән генә: «Йөҙ йәшлек ҡарттың балаһы буламы? Сара туҡһан йәшендә бала таба булырмы?» – тип уйланы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Ибраһим йөҙтүбән ергә ҡапланды ла көлдө. Этән генә: «Йөҙ йәшлек ҡарттың балаһы буламы? Сара туҡһан йәшендә бала таба булырмы?» – тип уйланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Ибраһим йөҙтүбән ергә ҡапланды ла көлдө. Эстән генә: «Йөҙ йәшлек ҡарттың балаһы буламы? Сара туҡһан йәшендә бала таба булырмы?» – тип уйланы.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 17:17
26 Referencias Cruzadas  

Шунда үҙ тәхеттәрендә Алла алдында ултырған егерме дүрт аҡһаҡал, йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылды һәм


Атағыҙ Ибраһим Мин килгән көндө күрәсәгенә шатланды һәм уны күреп ҡыуанды, – тип яуап бирҙе.


– Алла минең йөҙөмдө көләс итте. Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә көләсәк, – тине Сара.


Ул эстән генә көлөп: «Ошо йәшемдә бындай һөйөнөскә ирешә буламмы? Етмәһә, хужам да ҡарт», – тип уйланы.


Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:


Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп, йөҙтүбән ергә ҡапландым һәм бер тауыш ишеттем.


Ул төргәк китапты алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын туҫтаҡ ине.


Әйүп торҙо ла ҡайғыһынан сапанын йыртып ташланы, сәсен ҡырҙы ла ергә йөҙтүбән ҡапланды.


Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә: – Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине.


Дауыт, башын күтәреп ҡараһа, ер менән күк араһында Йәрүсәлим өҫтөнә ҡылысын һуҙған Раббы фәрештәһен күреп ҡала. Ҡыл кейемгә кейенгән Дауыт һәм аҡһаҡалдар йөҙҙәре менән ергә ҡаплана.


Ҡорбан усағынан ялҡын юғарыға күтәрелә башлағас, Раббы фәрештәһе ялҡында күккә ашты. Быны күреп торған Маноах менән ҡатыны ергә ҡапланды.


Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.


– Һеҙҙеке лә, дошман да түгел, – тип яуапланы теге кеше. – Мин – Раббы ғәскәренең башлығымын. Бына, килдем. Йушағ уның алдына йөҙтүбән ҡапланып: – Хакимым мин ҡолона нимә әйтер? – тип һораны.


Раббы һеҙҙе юҡ итәсәген әйткән өсөн, Уның алдында ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ергә ҡапланып яттым.


Һеҙҙең барлыҡ гонаһтарығыҙ өсөн, Раббы алдында яуызлыҡ ҡылып Уны асыуландырған өсөн йәнә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ашамай-эсмәй Раббы алдында ергә ҡапланып, ялбарып һораным.


– Был йәмғиәттән ситкә китегеҙ, Мин уларҙы һә тигәнсе һәләк итәм, – тине. Ләкин улар йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.


Муса менән Һарун йыйылған барлыҡ Исраил йәмғиәте алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


Зәкәрьяһ фәрештәнән: – Мин бының шулай булырын нисек белә алам? – тип һораны. – Ҡартмын бит инде, ҡатыным да оло йәштә.


Шунан Аллаға: – Эй Раббым, исмаһам, Исмәғилдең Һинең хозурыңда йәшәүен насип итсе, – тине.


Ибраһим менән Сара ҡартайғайнылар инде, Сараның айлығы ла туҡтағайны.


Исхаҡ тыуғанда Ибраһимға йөҙ йәш ине.


Тағы былай тине: – Берәйһе Ибраһимға, Сара бала имеҙәсәк, тиһә, һис ышанмаҫ ине. Бына мин уға ҡартайған көнөмдә ул табып бирҙем!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios