Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 16:10 - Изге Яҙма

10 Шунан дауам итте: – Һинең нәҫелеңде күбәйткәндән-күбәйтермен, хатта уның иҫәбенә сығырлыҡ булмаҫ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Шунан дауам итте: – Һинең нәҫелеңде күбәйткәндән-күбәйтермен, хатта уның иҫәбенә сығырлыҡ булмаҫ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Шунан дауам итте: – Һинең нәҫелеңде күбәйткәндән-күбәйтермен, хатта уның иҫәбенә сығырлыҡ булмаҫ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 16:10
25 Referencias Cruzadas  

Һинең Исмәғил тураһындағы үтенесеңде лә ишеттем: Мин уға фатихамды бирәм, уның тоҡомон түлле итермен, нәҫел-ырыуы ишле булыр. Исмәғилдән ун ике юлбашсы сығыр, унан бөйөк халыҡ таралыр.


Тор, балаң янына бар ҙа уны етәкләп ал. Мин унан бер бөйөк халыҡ хасил итәсәкмен.


Йәриәңдең улынан да бер халыҡ барлыҡҡа килтерермен, сөнки ул да һинең тоҡомоң.


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.


«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән бөйөк Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Раббы уға: – Мин һинең менән булырмын, һин мидйәндәрҙе бер кешене юҡ иткәндәй еңерһең, – тине.


Бер ваҡыт Раббы фәрештәһе Ғофрала Авиғәзәр нәҫеленән булған Йоаштың биләмәһендә үҫкән имән төбөнә килеп ултырҙы. Йоаштың улы Гидғон был мәлдә йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙа мидйәндәрҙән йәшереп бойҙай һуға ине.


атылған уҡ арауығы ситкә китеп ултырҙы. «Баламдың үлемен күрмәһәмсе», – тип ҡысҡырып илай башланы.


Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, буй етмәҫ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға – хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Раббы фәрештәһе уға былай тине: – Хужабикәңә кире ҡайт та уға буйһон.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios