Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 14:15 - Изге Яҙма

15 кешеләрен төркөмдәргә бүлеп, төн ҡараңғылығы аҫтында дошмандарға һөжүм итте. Уларҙы тар-мар иткәс, Дамасктан төньяҡтараҡ урынлашҡан Хова тигән ергә тиклем баҫтырып барҙы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

15 кешеләрен төркөмдәргә бүлеп, төн ҡараңғылығы аҫтында дошмандарға һөжүм итте. Уларҙы тар-мар иткәс, Дамасктан төньяҡтараҡ урынлашҡан Хоба тигән ергә тиклем баҫтырып барҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 кешеләрен төркөмдәргә бүлеп, төн ҡараңғылығы аҫтында дошмандарға һөжүм итте. Уларҙы тар-мар иткәс, Дамасктан төньяҡтараҡ урынлашҡан Хова тигән ергә тиклем баҫтырып барҙы.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 14:15
14 Referencias Cruzadas  

Дамасктағы ғибәҙәтханаларға хат яҙып биреүен һораны. Унда Раббы юлынан йөрөгән һәр кемде, ир-атмы ул, ҡатын-ҡыҙмы, ҡулға алып, Йәрүсәлимгә алып килергә ниәтләне.


Кем беҙҙең Аллабыҙ Раббыға оҡшаш? Ул юғарыла тәхет ҡорған.


Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:


Бурыстарҙы кисереү шунан ғибәрәт: кем үҙенең яҡынына бурысҡа биреп торған, шул бурысты ғәфү итһен һәм башҡаса яҡынынан йәки туғанынан бурысты һорамаһын, сөнки әлеге йыл – Раббының бурыстарҙы ғәфү итеү йылы тип иғлан ителде.


Шаул ерҙән торҙо, ләкин, күҙҙәрен асҡас, бер нәмә лә күрмәй булып сыҡты. Шунлыҡтан Дамаскка уны етәкләп алып килделәр.


Дамаскта Һананиас исемле бер шәкерт йәшәй ине. Уға килгән илаһи күренмештә Раббы: – Һананиас! – тине. – Эйе, Раббым.


Әммә Ибрам: – Эй Раббы Хакимым! Миңә нимә бирмәксеһең? Бала атаһы була алманым. Вариҫым кем бит – Дамаск кешеһе Әлиғәзәр, – тине.


Өс йөҙ кешене өскә бүлеп, уларҙың һәр береһенең ҡулына мөгөҙ борғо һәм буш балсыҡ көршәк тотторҙо, көршәк эсенә яҡтыртҡыстар ҡуйҙырҙы.


Сөнки Дамаск – бары тик Арамдың баш ҡалаһы; Ресин да бары тик Дамасктың башлығы. Әфраим алтмыш биш йылдан тар-мар ителер, Ул халыҡ булыуҙан туҡтар.


Дамаск хаҡында әүлиәлек. «Бына, Дамаск ҡалалар иҫәбенән юйыласаҡ, Харабалар өйөмөнә әйләнәсәк.


Дамаск тураһында. «Хамаҫ менән Арпад аптырашта ҡалды, Сөнки яман хәбәр ишетеп, ебеп төштө. Тыныслана алмаған диңгеҙ кеүек, борсола улар.


Сикһеҙ байлыҡтарың, тауарҙарың мул булғанға Һинең менән Дамаск сауҙа ҡорҙо: Хелбон шарабы менән Сахар йөнө һатты,


Хамаҫ, Бероҫа һәм Дамаск менән Хамаҫ сиктәре араһында булған Сивраимға, Хауран сигендәге Хасер-Һаттихонға тиклем һуҙылыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios