30 Сарая түлһеҙ булды, бала таба алманы.
Бына Әлисабет туғаның да, ауырға ҡала алмай тип әйтһәләр ҙә, ҡарт көнөндә ир балаға ауырға уҙҙы, хәҙер алтынсы айға китте.
Әлисабеттың түлһеҙлеге арҡаһында уларҙың балалары булманы. Улар икеһе лә оло йәштә ине инде.
Беҙҙе түгел, Раббы, беҙҙе түгел, Мөхәббәтең менән тоғролоғоң хаҡына Һин Үҙеңдең исемеңде данла!
Әлҡананың ике ҡатыны булып, береһенең исеме – Ханна, икенсеһенеке Пенинна ине. Пениннаның балалары бар, ә Ханна балаһыҙ ине.
Шул заманда Сорға ҡалаһында Дан ырыуынан Маноах тигән кеше йәшәй ине. Уның ҡатыны түлһеҙ булып, балалары юҡ ине.
Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы.
Исхаҡ ҡатыны өсөн Раббыға ялбарҙы, сөнки Рабиға түлһеҙ ине. Раббы Исхаҡтың үтенесен ишетте, ҡатыны ауырға ҡалды.
Терах халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан Ҡәнғән еренә күсеп китте. Үҙе менән улы Ибрамды, ейәне Лутты, Һарандың улын, Ибрамдың ҡатынын – килене Сараяны алды. Харанға еткәс, шунда төпләнеп ҡалдылар.
Ханнаға айырым өлөш бирә ине, сөнки Раббы Ханнаны түлһеҙ итһә лә, Әлҡана уны нығыраҡ ярата торғайны.