3 Алла: «Яҡтылыҡ булһын», – тине. Яҡтылыҡ булды.
«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.
Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡый. Ҡараңғылыҡ яҡтылыҡты йота алмаған.
Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин.
Инде көндөҙ яҡтылығың ҡояш булмаҫ, Ай ҙа һиңә нурын бирмәҫ; Раббы – һинең мәңгелек яҡтыртҡысың, Аллаң һинең шөһрәтең буласаҡ.
Беҙ Ғайса Мәсихтән ишеткән һәм һеҙгә иғлан итә торған хәбәр шул: Алла – яҡтылыҡ һәм Унда һис ниндәй ҡараңғылыҡ юҡ.
Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыла булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ.
Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде.
Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.
Уға баҡҡандарҙың йөҙҙәре нур сәсә, Оятҡа ҡалып ҡыҙарынмаҫтар.
Раббы исеменә маҡтау йырлаһындар, Сөнки Ул бойорҙо – улар барыһы бар булды.
Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле; Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм!
Шулай ҙа минең яҙғандарым яңы бойороҡ та, сөнки уның хаҡлығы Мәсихтә һәм һеҙҙә күренә. Ҡараңғылыҡ сигенә, ә ысын яҡтылыҡ балҡый инде.
ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән.
Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ, Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ!
Ҡайҙа яҡтылыҡ төйәгенә алып барған юл? Ҡараңғылыҡтың торлағы ҡайҙа?
Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, буй етмәҫ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға – хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.
Нәсихәттәреңдең асылына төшөндөр, Мөғжизәләрең хаҡында уйланайым.
Бына Ул тирәһендә йәшен йәшнәтә, Диңгеҙҙең тәрәнлектәрен ҡаплап ҡуя.
Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән: – Әлғазар, тышҡа сыҡ! – тине.
Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине. Был кеше шунда уҡ махауҙан таҙарынды.
Күк һәм ер яратылышы бына шулай. Раббы Алла ер менән күкте яратҡанда,