Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 9:4 - Изге Яҙма

4 Уларға ер өҫтөндәге үләнгә, бер ниндәй ҙә йәшеллеккә, ағастарға зыян килтермәҫкә, фәҡәт маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә генә зарар эшләргә ҡушылды.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

4 Уларға ер өҫтөндәге үләнгә, бер ниндәй ҙә йәшеллеккә, ағастарға зыян килтермәҫкә, фәҡәт маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә генә зарар эшләргә ҡушылды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Уларға ер өҫтөндәге үләнгә, бер ниндәй ҙә йәшеллеккә, ағастарға зыян килтермәҫкә, фәҡәт маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә генә зарар эшләргә ҡушылды.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 9:4
15 Referencias Cruzadas  

– Йәрүсәлим ҡалаһын урап сыҡ. Унда эшләнгән бөтә әшәкелектәрҙе күреп ҡайғырған һәм ыңғырашҡан кешеләрҙең маңлайына тамға һал, – тине.


Шунан мин ҡараным да Сион тауында Бәрәс, уның менән бергә маңлайҙарында Бәрәстең исеме һәм Уның Атаһының исеме яҙылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше торғанын күрҙем.


Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең – өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө.


Дүрт йән эйәһе араһынан уға өндәшкән тауыш ишеткәндәй булдым: – Бер үлсәм бойҙай өсөн – бер көнлөк эш хаҡы, шулай уҡ өс үлсәм арпа өсөн дә – бер көнлөк эш хаҡы. Әммә зәйтүн майына һәм шарапҡа зыян итмә.


Ҡарттарҙы ла, егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла, ҡатындарҙы ла үлтерегеҙ, бары тик тамғаһы булғандарға ғына ҡағылмағыҙ. Минең Изге торлағымдан башлағыҙ. Шулай итеп, улар ҡырғынды ҡорам алдында торған аҡһаҡалдарҙан башланы.


Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ.


Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки һеҙҙе йолоп алып ҡалыу көнө өсөн тамғаланған мөһөр – нәҡ Үҙе.


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?» Села


Раббы шайтанға былай тине: – Ярай, уның бар булғаны һинең ҡулыңда. Фәҡәт үҙенә генә ҡағылаһы булма. Шунан шайтан Раббы янынан китеп барҙы.


Уның үҙен, ғаиләһен, бар мөлкәтен ҡамалап тормайһыңмы ни? Ҡылған һәр эшенә фатиха бирәһең. Ҡара, уның мал-тыуары бөтә илгә йәйелгән.


– Ярай, – тине Раббы шайтанға. – Ул һинең ҡулыңда. Тик йәнен генә алма.


Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә торған дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios