Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 7:4 - Изге Яҙма

4 Мин мисәт һуғылған кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кешегә мисәт һуғылғайны; улар бөтә Исраил ырыуҙары араһынан ине:

Ver Capítulo Copiar

Инжил

4 Мин мисәт һуғылған кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кешегә мисәт һуғылғайны; улар бөтөн Израиль ҡәбиләләре араһынан ине:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Мин мисәт һуғылған кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кешегә мисәт һуғылғайны; улар бөтә Исраил ырыуҙары араһынан ине:

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 7:4
17 Referencias Cruzadas  

Шунан мин ҡараным да Сион тауында Бәрәс, уның менән бергә маңлайҙарында Бәрәстең исеме һәм Уның Атаһының исеме яҙылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше торғанын күрҙем.


Тәхет, дүрт йән эйәһе һәм аҡһаҡалдар алдында яңы йыр йырланды. Ул йырҙы ерҙән ҡотҡарып алынған йөҙ ҡырҡ дүрт мең кешенән башҡа бер кем дә өйрәнә алманы.


Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәргә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


Беҙҙең ун ике ырыу, ул вәғәҙәнең тормошҡа ашыуына өмөт бағлап, көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Агриппас батша, йәһүдтәр мине шул өмөт өсөн ғәйепләй ҙә инде.


Уларҙың атлы ғәскәренең һаны ике йөҙ миллион ине, мин уларҙың иҫәбен ишеттем.


Донъя буйлап таралған ун ике ырыуға Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең ҡоло Яҡуптан сәләм!


Ишағыяһ пәйғәмбәр иһә Исраил тураһында былай тип белдерә: «Исраилдарҙың һаны диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, уларҙың аҙҙары ғына ҡотолор.


өс ҡапҡа булыр – Рәүвән, Йәһүҙә, Леви ҡапҡалары. Ҡаланың ҡапҡалары Исраил ырыуҙарының исемдәре менән аталыр.


Әүлиәлек. Раббы һүҙе Хадрах еренә һәм Дамаскка йүнәлтелгән. Ысынлап та кешелектең, Бөтә Исраил ырыуҙарының күҙе Раббыға төбәлгән.


Ҡалала йәшәгән һәр кем, ул ҡайһы ырыуҙан булмаһын, ошо тупраҡты эшкәртер.


Раббы Хаким былай ти: – Бына ошо сиктәр буйынса һеҙ ерҙе, биләмә итеп, Исраилдың ун ике ырыуына бүлерһегеҙ. Йософҡа ике өлөш ер бирелһен.


Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.


Исраил улдарының исемдәре яҙылған ун ике таш булырға тейеш: һәр ташҡа, мөһөрҙәге шикелле, ун ике Исраил ырыуынан берәүһенең исеме сүкеп яҙылһын.


Йәһүҙә нәҫеленән мисәт һуғылған ун ике мең кеше; Рәүвән нәҫеленән ун ике мең; Ғад нәҫеленән ун ике мең;


Хеҙмәтсе әйләнеп ҡайтҡас: «Хужам, һинең әмерең үтәлде, әммә буш урындар ҡалды әле», – тигән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios