Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 6:15 - Изге Яҙма

15 Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

15 Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәриҙәрҙең башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 6:15
19 Referencias Cruzadas  

Раббы ерҙе дер һелкетер өсөн ҡалҡҡас, Һәр кеше Уның дәһшәте, бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Ҡаялағы мәмерйәләргә, ер ярыҡтарына инеп боҫор.


Раббының дәһшәтенән, Уның бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Ҡас ҡаяларға, тупраҡ аҫтына йәшен!


Донъя ундай кешеләргә лайыҡ түгел ине, улар сүллектәрҙә, тауҙарҙа, мәмерйәләрҙә һәм упҡындарҙа ҡаңғырып йөрөй.


Йылан һымаҡ, һөйрәлеүселәр һымаҡ туҙан яларҙар, Ҡалтыранып, үҙ өңдәренән килеп сығырҙар, Эй Аллабыҙ Раббы, улар Һинән ҡурҡып, Дәһшәт эсендә Һинең яғыңа боролорҙар.


Әммә был халыҡ таланған һәм иҙелгән, Соҡорҙарға ырғытылған, зиндандарға бикләнгән. Табышҡа әйләнгәндәр, ҡотҡарыусы юҡ. Таланғандар, «Кире бир!» – тип әйтеүсе юҡ.


Раббының ғәмәлдәрен онотмам, Боронғо хикмәттәрен иҫтә тотормон.


Ҡамауҙа ҡалған исраилдар, үҙҙәренә ҡурҡыныс янағанын күреп, мәмерйәләрҙә, шырлыҡтарҙа, ҡаяларҙа, ер ҡыуышлыҡтарында һәм һыу һаҡлай торған соҡорҙарҙа йәшенә башланы.


Мидйәндәрҙең йәбер-золомо арҡаһында Исраил халҡы ҡаялар араһында, мәмерйәләрҙә һәм нығытмалы урындарҙа йәшенеп йөрөнө.


Көн ҡыҙыуы һүрелгәс, улар баҡсала йөрөгән Раббы Алланың тауышын ишеттеләр ҙә, унан ҡасып, ағас араһына йәшенделәр.


Яҡтыртҡыстың уты ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла инде бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, тылсымыңа бөтә халыҡтар ҙа алданды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios