Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 6:14 - Изге Яҙма

14 Күк йөҙө төргәк китап кеүек йомарланып юҡҡа сыҡты. Бөтә тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғатылды.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Күк йөҙө яҙыу төргәге кеүек йомарланып юҡҡа сыҡты. Бөтөн тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғатылды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Күк йөҙө төргәк китап кеүек йомарланып юҡҡа сыҡты. Бөтә тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғатылды.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 6:14
16 Referencias Cruzadas  

Барлыҡ күк есемдәре сереп бөтөр, Күк йөҙө төргәк кеүек төрөлөр; Йондоҙҙар йөҙөм япрағы, Шиңгән инжир япрағы һымаҡ ҡойолор.


Һәр утрау юҡҡа сыҡты, тауҙар юҡ булды,


Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығыр; күк есемдәре утта иреп тарҡалыр; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителер.


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


Диңгеҙҙәге балыҡтар, күктәге ҡоштар, ҡырҙағы януарҙар һәм ерҙәге бөтә һөйрәлеүселәр, ер өҫтөндәге бөтә әҙәм Минең алдымда ҡалтырап торасаҡ. Тауҙар емерелер, ҡаялар ҡолар, бөтә диуарҙар ергә йығылыр.


Тауҙар урынынан күсһә лә, Ҡалҡыулыҡтар тетрәһә лә, Һине мөхәббәтемдән айырмам. Именлек хаҡында килешеүем ҡаҡшамаҫ, – Шулай ти һиңә мәрхәмәт ҡылған Раббы.


Шунан һуң мин яңы күкте һәм яңы ерҙе күрҙем, элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны, диңгеҙ ҙә бүтәнсә юҡ ине.


Ул туҡтағанда, ер һелкенә, Ҡараш һалғанда, халыҡтар тетрәнә. Мәңгелек ҡаялар тарҡала, Боронғо тауҙар ергә шиңә, Әммә Уның йөрөгән юлдары мәңгелек.


Раббы хозурында тауҙар тетрәр, Ҡалҡыулыҡтар ҡалтыраныр, Унан ҡурҡып, ер йөҙө, бар донъя Һәм унда йәшәүселәр тетрәнер.


Эй Бабил, һәләк итеүсе тау, Мин һиңә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Эй бар донъяны һәләк итеүсе! Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп Ҡаяларҙан аҫҡа тәгәрләтәм, Янып-көйгән тауға әйләндерәм.


Һине күреп, тауҙар дер һелкенде, Күктән һыуҙар ҡойон булып аҡты, Аҫта упҡын йыртҡыстай үкерҙе, Тулҡындарын өҫкә күтәрҙе.


Ысынлап та, ҡалҡыулыҡтарҙа – ялған, Тауҙарҙа – тик йыйын шауы. Ысынлап та, Исраилдың ҡотолоуы – Беҙҙең Аллабыҙ Раббынан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios