Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 4:9 - Изге Яҙма

9 Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

9 Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын,

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 4:9
20 Referencias Cruzadas  

күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне яратҡан Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ.


Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың нәфрәте тулы ете алтын туҫтаҡ бирҙе.


Көнсығыштан көслө елдәр иҫеп, Таршиш караптарын емергәндәй, Һин уларҙы ҡырып ташланың.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда.


Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.


Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер йылдан, ике йылдан һәм ярты йылдан, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас тамамланыр.


Күр, ахмаҡтарса үҙенә ышанғандар яҙмышы Һәм уларҙың һүҙҙәрен хуплағандарҙың тәҡдире шул. Села


Раббы мәңге, даими батшалыҡ итер».


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Беренсе осраҡта табыштың ундан бер өлөшөн үлемле кешеләр ала, ә икенсе осраҡта уны Мәлки-Садиҡ ала, уның тере булыуы тураһында Изге Яҙмала шаһитлыҡ ителгән.


Ҡулымды күккә күтәреп, Мәңге йәшәүем менән ант итәм:


Ғуззияһ батша вафат булған йылды мин юғарыла, бейек тәхеттә ултырған Раббы Хакимды күрҙем; Уның кейеменең итәге тотош ҡорамды тултырғайны.


Шул мәлдә үк мине рух солғап алды. Бына мин күктә торған тәхетте һәм тәхеттә Ултырыусыны күрҙем.


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтә яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлай.


Унан һуң мин тәхеттә Ултырыусының уң ҡулында эсе лә, тышы ла яҙыулы, ете мисәт һуғылған төргәк китап күрҙем.


Улар тауҙарға һәм ҡаяларға былай тип өндәштеләр: – Өҫтөбөҙгә ауып төшөгөҙ һәм беҙҙе тәхеттә Ултырыусының йөҙөнән һәм Бәрәстең нәфрәтенән йәшерегеҙ!


Шуға күрә улар Алла тәхете алдында тора, көнө-төнө Уның йортонда Уға хеҙмәт итә. Тәхеттә Ултырыусы улар өҫтөндә Үҙенең һаҡлаусы сатырын ҡороп ҡуйыр.


Тәхеттә Ултырыусы былай тине: – Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым. Шунан миңә өндәште: – Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios