Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 22:20 - Изге Яҙма

20 Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ Биреүсе былай ти: «Эйе, тиҙҙән киләм». Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!

Ver Capítulo Copiar

Инжил

20 Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ биреүсе былай ти: – Эйе, тиҙҙән киләм. Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ Биреүсе былай ти: «Эйе, тиҙҙән киләм». Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 22:20
15 Referencias Cruzadas  

«Тиҙҙән Мин киләсәкмен! Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен үтәгәндәр бәхетле».


Мәсих тә, бик күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен.


ә хәҙер мине хаҡлыҡ тажы көтә. Көнө еткәс, уны ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтәһенә лә бирер.


Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил!


Шунан ул миңә былай тине: – Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен мисәт аҫтына йәшермә, сөнки ваҡыт яҡын.


Ул көндө былай тиерҙәр: «Был беҙҙең Аллабыҙ! Беҙ Уға өмөт бағланыҡ – Ул беҙҙе ҡотҡарҙы! Ул Раббы, Уға инандыҡ! Ҡотҡарғанына һөйөнөп шатланайыҡ!»


Яхъя үҙе күргәндәрҙең барыһын – Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсихтең күрһәтеп һөйләгәндәре хаҡында шаһит булараҡ бәйән итә.


Был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәрен ишетеүсегә шаһитлыҡ ҡылам: әгәр уларға берәйһе берәй нәмә өҫтәһә, Алла ул кешегә был китапта яҙылған бәлә-ҡазаларҙы өҫтәр.


Ғайса быларҙан башҡа ла күп эштәр башҡарҙы. Әгәр ҙә уларҙың һәммәһе бәйнә-бәйнә яҙылһа, ул китаптар донъяға һыймаҫ ине, тип уйлайым.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда.


Ашыҡ, һөйгәнем минең, Еҫле үләндәр ҡаплаған тауҙар буйлап Ғәзәл һымаҡ, йәш болан һымаҡ ел!


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Әҙ генә, бик әҙ генә ҡалды, һәм килергә тейешле Зат килер, Ул оҙаҡ көттөрмәҫ.


Тәүбә ит. Юғиһә тиҙҙән яныңа килермен һәм ауыҙымдағы ҡылыс менән уларға ҡаршы көрәшермен.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios