Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 22:17 - Изге Яҙма

17 Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тере һыуҙы бушлай алһын.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

17 Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тереклек һыуын бушлай алһын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тере һыуҙы бушлай алһын.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 22:17
29 Referencias Cruzadas  

ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тере һыу шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.


Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!


Ҡыуанышып, ҡотолоу шишмәләренән һыу алырһығыҙ.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


Баштарына көтмәгәндә афәт килһен, Ҡорған тоҙаҡтарына үҙҙәре ҡапһын, Улар шунда һәләкәт тапһын.


Эй Яҡуп нәҫеле, кил! Раббы яҡтылығының нуры аҫтында йөрөйөк.


Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, гәлсәр һымаҡ ялтырап торған тере һыу йылғаһын күрһәтте.


Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете туҫтаҡ тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: – Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм, – тине.


Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләштәй күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Йәрүсәлимде күрҙем.


Барыһы ла Алла мәрхәмәте менән үҙҙәрен гонаһтан йолоп алған Ғайса Мәсихтә Алланың аҡлауын бүләк итеп ала.


Бихисап халыҡтар килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.


Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә Мин Алла ожмахында булған тормош ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирермен».


Йөҙҙәрен Сионға табан бороп, Унда илткән юлды һорашырҙар. „Әйҙәгеҙ, Раббыға ҡайтайыҡ, Уның менән мәңгелек, Онотолмаҫлыҡ килешеү төҙөйөк“, – тиерҙәр.


Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен аңлау өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ.


Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.


– Барығыҙ әле, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән Кешене күрегеҙ. Бәлки, Ул Мәсихтер? – тине.


Унан теге кеше мине яңынан ҡорамға инә торған урынға алып килде. Ҡараһам, ҡорамдың тупһаһы аҫтынан көнсығышҡа табан, ҡорам ҡараған яҡҡа, бер шишмә ағып сыға. Һыу, ҡорамдың уң яғынан, аҫтан ағып сығып, ҡорбан усағының көньяғынан үтә ине.


– Әфәндем, – тине ҡатын, – Һинең бит һоҫоп алырға һауытың юҡ, ә ҡоҙоҡ тәрән. Тере һыуҙы ҡайҙан алырһың икән?


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.


Мин күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, – ти Рух.


Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, шәкерттәрҙең икеһе лә Ғайса артынан китте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios