Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 19:15 - Изге Яҙма

15 Уның ауыҙынан халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, һыҡҡыста йөҙөм һығасаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

15 Уның ауыҙынан, халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, иҙгестә йөҙөм иҙәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Уның ауыҙынан халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, һыҡҡыста йөҙөм һығасаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 19:15
15 Referencias Cruzadas  

Уң ҡулында уның ете йондоҙ, ә ауыҙынан ике яғы ла үткер ҡылыс сығып тора. Йөҙө иһә бар ҡөҙрәте менән балҡып торған ҡояштай.


Халыҡтарҙы тимер таяҡ менән ҡырырһың; Балсыҡ көршәктәй селпәрәмә ватырһың».


Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны ауыҙынан сыҡҡан тын менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер.


Ярлыларҙы ғәҙеллектә хөкөм итер, Ерҙәге мохтаждарҙың дәғүәһен хаҡлыҡ менән ҡарар. Донъяны һүҙе-таяғы менән язалар, Залимдарҙы ауыҙының һулышы менән үлтерер.


Ә ҡалғандары атта Ултырыусының ауыҙынан сығып торған ҡылыс менән үлтерелде һәм барлыҡ ҡоштар уларҙың мәйетен ашап туйынды.


Ҡатын бөтә халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итергә тейешле ир бала тыуҙырҙы. Баланы тартып алып, Аллаға һәм Уның тәхете янына алып киттеләр.


Тәүбә ит. Юғиһә тиҙҙән яныңа килермен һәм ауыҙымдағы ҡылыс менән уларға ҡаршы көрәшермен.


Пергамдағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ике яғы ла үткер ҡылысы булған Зат былай ти:


Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.


Ураҡ алығыҙ – иген өлгөргән. Килегеҙ, тапағыҙ – йөҙөм һыҡҡыс тулған, Һауыттар ашып түгелә. Ҡәүемдәрҙең залимлығы шулай хаттин ашҡан.


Мин килгән саҡта, ерҙе харам ҡылмаҫ өсөн, ул атайҙарҙың йөрәген балаларына, балаларыныҡын атайҙарына табан борор.


Алланың нәфрәт туҫтағында әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios