Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 14:15 - Изге Яҙма

15 Алла йортонан тағы бер фәрештә сығып, болот өҫтөндә Ултырыусыға көслө тауыш менән: – Урағыңды ал да ур, сөнки ураҡ ваҡыты етте, ерҙә уңыш өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

15 Алла Йортонан тағы бер фәрештә сығып, болот өҫтөндә Ултырыусыға көслө тауыш менән: – Урағыңды ал да ур, сөнки ураҡ ваҡыты етте, ерҙә уңыш өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Алла йортонан тағы бер фәрештә сығып, болот өҫтөндә Ултырыусыға көслө тауыш менән: – Урағыңды ал да ур, сөнки ураҡ ваҡыты етте, ерҙә уңыш өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 14:15
20 Referencias Cruzadas  

Ураҡ алығыҙ – иген өлгөргән. Килегеҙ, тапағыҙ – йөҙөм һыҡҡыс тулған, Һауыттар ашып түгелә. Ҡәүемдәрҙең залимлығы шулай хаттин ашҡан.


Ә инде ашлыҡ өлгөрөү менән, кеше урағын эшкә егә, сөнки иген урыр саҡ еткән була.


һәм уны сәсеүсе дошман – Иблис. Ураҡ өҫтө – донъяның ахыры ул, ә ураҡсылар – фәрештәләр.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бабил-ҡыҙ көлтә һуҡҡан ырҙын табағына оҡшаған: Бына-бына уның ураҡ ваҡыты етер».


Ут өҫтөнән хакимлығы булған тағы бер фәрештә ҡорбан усағынан сыҡты. Ул үткер урағы булған фәрештәгә көслө тауыш менән: – Үҙеңдең үткер урағыңды ал да ер өҫтөндәге йөҙөм тәлгәштәрен йый, сөнки уның емештәре өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы.


Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Уңыш йыйғанда инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, унан һуң бойҙайҙы келәтемә һалығыҙ“, – тип әйтермен».


Етенсе фәрештә туҫтағын һауаға түкте: Алла йортонан, тәхеттән: – Тамамланды! – тигән көслө тауыш яңғыраны.


Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ!


Алла йортонан ете бәлә-ҡазаһы булған ете фәрештә сыҡты. Улар ялтырап торған тап-таҙа етен кейем кейгән һәм күкрәктәренән алтын билбау ураған.


Мин ҡараным да аҡ болот һәм болот өҫтөндә әҙәм улына оҡшаған Зат ултырғанын күрҙем. Уның башында алтын таж ине, ә ҡулына үткер ураҡ тотҡайны.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


Беҙ мәжүсиҙәргә ҡотола алһындар тип аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының күләмен һәр ваҡыт арттыра бара һәм, ниһайәт, Алла нәфрәте улар өҫтөнә төшә.


Ул, беренсе януар исеменән уның бөтә хакимиәте менән эш итеп, ерҙе һәм унда йәшәгәндәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте.


Еңеүе таң һымаҡ нурланып балҡығанға, Ҡотолоуы ялҡын кеүек янғанға тиклем Сионды яҡлап һүҙ әйтмәйенсә тормам, Йәрүсәлимде хәстәрләүҙән туҡтамам.


Ибрам Раббыға ышанды һәм Раббы быны тәҡүәлек тип ҡабул итте.


Шунан һуң күктә Алла йорто асылды һәм унда Килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.


Шул саҡ болотта Ултырыусы Үҙенең урағын ер өҫтөнә ырғытты һәм ерҙә уңыш урылды.


Күктәге Алла йортонан икенсе фәрештә сыҡты. Уның да үткер урағы бар ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios