Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 10:1 - Изге Яҙма

1 Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор балҡый, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары утлы бағана һымаҡ ине.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор һуҙылғайны, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары – утлы бағана һымаҡ ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор балҡый, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары утлы бағана һымаҡ ине.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 10:1
28 Referencias Cruzadas  

Шунда Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡып китте, ә кейеме күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ төҫкә инде.


Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп, йөҙтүбән ергә ҡапландым һәм бер тауыш ишеттем.


Шулай уҡ: – Мисәттәрен алып, төргәк китапты асырға кем лайыҡлы? – тип яңғырауыҡлы тауыш менән ҡысҡырған ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем.


Уның тәне – һары яҡуттай, йөҙө – ялтыраған ялағайҙай, күҙҙәре – уттай балҡып, емелдәп тора, аяҡ-ҡулдары – ялтыратылған баҡыр шикелле, тауышы – күмәк кеше шаулағандай.


Ул йәшмә һәм сердолик ташы кеүек балҡый ине, тәхетте зөбәржәт төҫөндәге йәйғор уратып алған.


Шунан мин күк йөҙөндә осоп барған бөркөттө күрҙем. Ул көслө тауыш менән: – Ҡалған өс фәрештә тиҙҙән ҡысҡыртасаҡ борғо тауышынан ерҙә йәшәүселәргә ҡайғы, ҡайғы, ҡайғы! – тип ҡысҡырҙы.


Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ, Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын!


Раббы Үҙенең ҡотҡарыуын белдерҙе, Ҡәүемдәргә хаҡлығын күрһәтте.


Бына Ул болоттар араһында килер, Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар Уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


көн уртаһындараҡ, эй батша, күктән төшкән көслө яҡтылыҡ күрҙем. Ҡояштан да сағыуыраҡ ул ут минең һәм юлдаштарымдың тирә-яғын яҡтыртты.


Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр.


Төндә килгән күренмештә йәнә шуны күрҙем: Күктәге болоттар араһында Әҙәм улына оҡшаған берәү яҡыная. Килеп етеү менән, уны Мәңгелек Зат хозурына килтерҙеләр.


Доғаларыбыҙ барып етмәһен өсөн, Болоттар менән ҡапландың.


Был Миңә Нух заманындағы һымаҡ. Нух дәүерендәге туфандың һыуҙары Инде бер ваҡытта ла ер йөҙөн баҫмаясағы хаҡында Нисек ант иткән булһам, Шулай уҡ вәғәҙә бирәм: Башҡа Һиңә асыуланмам, битәрләмәм.


Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.


Аяҡтары алтын таяуға ҡуйылған Мәрмәр бағаналар һымаҡ көслө. Һыны Ливан тауҙарылай ғорур, Кедр ағастарылай мөһабәт.


– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.


Һарун Исраил йәмғиәте менән һөйләшкән саҡта, улар сүл яғына әйләнеп ҡараны һәм бына болотта Раббының шөһрәте күренде.


Бынан һуң мин тағы бер фәрештәнең күктән төшөүен күрҙем. Уның хакимлығы бөйөк ине: шөһрәтенән ер яҡтырҙы.


Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине: – Бөйөк Бабил ҡалаһы бына шундай көс менән ырғытылыр һәм ул башҡаса табылмаҫ.


Шунан һуң мин күктән төшөп килгән фәрештәне күрҙем. Уның ҡулында упҡын асҡысы менән ҙур сылбыр бар ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios