Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




2 Петр 3:2 - Изге Яҙма

2 Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырған бойороғон иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырылған әмерен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырған бойороғон иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Ver Capítulo Copiar




2 Петр 3:2
20 Referencias Cruzadas  

Ә һеҙ, һөйөклөләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәренең юрап әйткән һүҙҙәрен иҫкә алығыҙ.


Сөнки, хаҡлыҡ юлын танып белгәндән һуң, үҙҙәренә тапшырылған тормош менән йәшәү тигән изге бойороҡтан кире ҡайтыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булған булыр ине.


Был турала Ул бик күп йылдар элек Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне.


– Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин – һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра.


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң мөһим мөйөш ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты.


Уға инанған һәр кемдең гонаһтары Уның исеме аша ғәфү ителәсәк, тип барса пәйғәмбәрҙәр Уның тураһында һөйләне, – тине Петрус.


Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш.


Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барлыҡ пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.


Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе.


Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.


Аңлағыҙ: Раббыбыҙ сабыр, сөнки ул кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙенә Алла тарафынан бирелгән зирәк аҡылы менән беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ Паулус та һеҙгә шулай тип яҙғайны.


Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.


Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла Рухы уны Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгәнгә тиклем был бойороҡҡа тоғро бул һәм уны һүҙ тейҙермәҫлек итеп үтә.


Был хаҡта ул бөтә хаттарында яҙа. Әммә уның хаттарында аңлауы ауыр булған ҡайһы бер урындар бар. Наҙандар һәм иманда тотороҡһоҙ кешеләр, башҡа Изге Яҙмаларҙы боҙған кеүек, был урындарҙы ла боҙоп аңлата. Шуның менән үҙҙәрен һәләкәткә дусар итә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios