Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




2 Петр 2:9 - Изге Яҙма

9 Шулай итеп, Раббы Үҙенә тоғроларҙы һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә ғәҙелһеҙҙәрҙе хөкөм көнөндә биреләсәк язаға нисек һаҡларға икәнен белә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

9 Шулай итеп, Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә Үҙен тыңламағандарҙы, яза аҫтында тотоп, хөкөм көнөнәсә нисек һаҡларға икәнен белә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Шулай итеп, Раббы Үҙенә тоғроларҙы һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә ғәҙелһеҙҙәрҙе хөкөм көнөндә биреләсәк язаға нисек һаҡларға икәнен белә.

Ver Capítulo Copiar




2 Петр 2:9
22 Referencias Cruzadas  

Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк.


Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтә йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.


Әйткәндәй, Ғайса Мәсихтә тормош алып барырға, Аллаға ихлас табынып йәшәргә теләгәндәрҙең бөтәһе лә эҙәрлекләнер.


Ә шул уҡ һүҙ менән хәҙерге күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн, хөкөм көнөнәсә һаҡланып тора. Шул көндә аллаһыҙҙар ҙа юҡ ителәсәк.


Раббы һәр нәмәне Үҙ маҡсаты өсөн яратҡан, хатта яуызды ла бәлә көнө өсөн һаҡлар.


Алты тапҡыр бәләгә ҡалһаң – ҡотҡарыр, Етенсеһендә лә һиңә зыян теймәҫ.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр.


Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.


Эй әҙәм балалары, ҡасанға тиклем Шөһрәтем булыр хурлыҡҡа дусар? Ҡасанғаса юҡҡа-барға күңел биреп, Сабырһығыҙ ялғандың артынан? Села


Күк Раббының һүҙенән бар булған, Күк есемдәре Уның һулышынан яралған.


Залим һәләкәт көнөндә имен ҡала, Раббының асыу көнө уны урап үтә.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Яман әҙәм үҙ теленең тоҙағына ҡабыр, дөрөҫлөккә тоғро – бәләнән ҡалыр.


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содом менән Ғамораның хәле ул ҡаланың хәленән еңелерәк булыр.


Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.


Яныңдағы ҡасандыр хакимыңа хеҙмәт иткән башҡа кешеләрең менән бергә таңдан тороғоҙ ҙа, яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ҡуҙғалығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios