Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




2 Петр 2:12 - Изге Яҙма

12 Был ялған өйрәтеүселәр иһә үҙҙәре белмәгәнде хурлай. Улар – тәбиғи теләктәренә буйһоноп йәшәгән һәм фәҡәт аулау һәм үлтереү өсөн генә тыуған аңһыҙ хайуандар һымаҡ. Хайуандар нисек үлтерелгән, был ялған өйрәтеүселәр ҙә шулай һәләк ителәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 Был ялған өйрәтеүселәр иһә үҙҙәре белмәгәнде хурлай. Улар тәбиғи теләктәренә буйһоноп йәшәгән һәм фәҡәт аулау һәм үлтереү өсөн генә тыуған аңһыҙ хайуандар һымаҡ. Хайуандар нисек үлтерелгән, был ялған өйрәтеүселәр ҙә шулай һәләк ителәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Был ялған өйрәтеүселәр иһә үҙҙәре белмәгәнде хурлай. Улар – тәбиғи теләктәренә буйһоноп йәшәгән һәм фәҡәт аулау һәм үлтереү өсөн генә тыуған аңһыҙ хайуандар һымаҡ. Хайуандар нисек үлтерелгән, был ялған өйрәтеүселәр ҙә шулай һәләк ителәсәк.

Ver Capítulo Copiar




2 Петр 2:12
17 Referencias Cruzadas  

Был әҙәмдәр иһә үҙҙәре лә белмәгән нәмәләргә яла яға. Бына шулай аңһыҙ хайуандар кеүек тәбиғи тойғоға ғына эйәреп эш итеүҙәре уларҙы һәләк итә.


Ә мине беләһең, Раббы, күрәһең, Күңелемдең Һиндәлеген һынағанһың. Уларҙы салыу һарыҡтары һымаҡ ҡыуып алып кит, Боғаҙлау көнө өсөн айырып ҡуй.


Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә бит.


Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе – һәләкәт урыр, Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр.


Халыҡтың көтөүселәре алйот, Улар Раббынан кәңәш һорамай. Шуға күрә эштәре уңыш ҡаҙанмай, Бөтә көтөүҙәре таралды.


Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!


«Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй».


Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.


Былар арҡылы, был донъя теләктәренә бәйле боҙоҡлоҡтан ҡасып, илаһи тәбиғилеккә ҡатнашығыҙ булһын өсөн, Ул беҙгә иң ҡиммәтле, иң бөйөк вәғәҙәләрен бирҙе.


Ғайса уларға йәнә: – Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә гонаһығыҙ эсендә үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.


Асыуымды өҫтөңә түгермен, Утлы ярһыуым менән өтөрмөн, Һине аяуһыҙ кешеләрҙең ҡулына тапшырырмын, Үлтерергә оҫта бәндәләргә бирермен.


Шунда мин эстән уйланым: «Былары – ярлы, наҙан кешеләр. Улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белмәй.


Тиҫкәре булмағыҙ Меривалағылай, Теге заман сүлдә, Массалағы, һымаҡ.


Сөнки Минеке урмандағы бар йәнлек, Меңәрләгән тауҙарҙағы бөтә хайуан.


зина ҡылыу, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, күңеленән сыға.


Ҡулланылғандан һуң улар юҡҡа сыға, был ҡағиҙәләрҙе һәм тәғлимәттәрҙе бары тик кеше уйлап сығарған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios