Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




2 Коринфтарға 8:4 - Изге Яҙма

4 Улар беҙҙән Алланың изгеләренә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышып һоранылар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

4 Улар беҙҙән Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышмалы рәүештә һоранылар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Улар беҙҙән Алланың изгеләренә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышып һоранылар.

Ver Capítulo Copiar




2 Коринфтарға 8:4
27 Referencias Cruzadas  

Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм Аллаға ҡорбан килтерер өсөн, Йәрүсәлимгә ҡайттым.


Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.


Асылда, изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр,


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефанас ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаяла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.


Улар фәҡирҙәргә ярҙам итергә онотмауыбыҙҙы ғына һораны. Мин был үтенесте теүәл үтәргә тырышам.


ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарының аяҡтарын йыуған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.


Йәрүсәлимдәге изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ.


Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Йәрүсәлимдәге имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ.


Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, Лидиә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә килеп ҡунаҡ булығыҙ, – тип инәлде һәм ахырҙа беҙҙе күндерҙе.


Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһе үҙ хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәгән имандаштарына ярҙам ебәрергә булды.


Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән, теләгән мәлегеҙҙә уларға яҡшылыҡ күрһәтә алаһығыҙ, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Кем күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.


Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios