Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




2 Коринфтарға 3:9 - Изге Яҙма

9 Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, Алланың әҙәмде аҡлауына илткән хеҙмәт күпкә данлыраҡ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

9 Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, аҡланыуға килтереүсе хеҙмәте күпкә данлыраҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, Алланың әҙәмде аҡлауына илткән хеҙмәт күпкә данлыраҡ.

Ver Capítulo Copiar




2 Коринфтарға 3:9
23 Referencias Cruzadas  

Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Ғайса Мәсихтең ҡоло һәм илсеһе Шимғон Петрустан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иманды ҡабул иткәндәргә:


Ә ҡанун талаптарына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында була. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтәһен дә теүәл үтәп бармаған һәр кемгә ләғнәт булһын», – тип яҙылған.


Күктәгеләре араһында ҡояштың да, айҙың да, йондоҙҙарҙың да балҡыуы башҡа. Йондоҙҙар ҙа бер-береһенән балҡыуҙары менән айырыла.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ.


Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән тәҡүәлеккә һаналыуҙы раҫлаған билдә булды. Шуға ла ул сөннәтһеҙ килеш иман итеп тәҡүә һаналған бөтә кешеләрҙең рухи атаһы булды.


Уның дәүерендә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Исраил имен-аман ғүмер итер. Уны: „Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!“ – тип атарҙар».


Бына Мин хаҡлыҡ алып киләм, ул инде алыҫ түгел, Минең ҡотҡарыуым оҙаҡламаҫ. Сионға – ҡотолоу, Исраилға шөһрәтемде бүләк итәм».


«Был ҡанунда әйтелгәндәрҙе хупламаған һәм үтәмәгән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Рух менән билдәләнгән хеҙмәт тағы ла данлыраҡ түгелме ни?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios