Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




2 Коринфтарға 10:2 - Изге Яҙма

2 Янығыҙға килгәс, беҙҙе был донъя кешеһенең уй-фекерҙәре менән йәшәйһегеҙ тип һанаған ҡайһы берҙәрегеҙгә ҡыйыулығымды бөтә көсөндә файҙаланырға тура килмәһен ине, тип үтенәм.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 Янығыҙға килгәс, беҙҙе был донъя кешеһе кеүек үҙ файҙалары өсөн йәшәүселәр тип һанаған ҡайһы берҙәрегеҙгә ҡыйыулығымды бөтә көсөндә файҙаланырға тура килмәһен ине, тип үтенәм.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Янығыҙға килгәс, беҙҙе был донъя кешеһенең уй-фекерҙәре менән йәшәйһегеҙ тип һанаған ҡайһы берҙәрегеҙгә ҡыйыулығымды бөтә көсөндә файҙаланырға тура килмәһен ине, тип үтенәм.

Ver Capítulo Copiar




2 Коринфтарға 10:2
12 Referencias Cruzadas  

Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының миңә емерергә түгел, ә нығытырға тип биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.


Мин һеҙгә икенсе тапҡыр килгәндә киҫәтеү яһағайным. Хәҙер, һеҙҙән алыҫта булып, элек гонаһ ҡылғандарҙы, шулай уҡ башҡаларҙы ла, тағы ла бер тапҡыр киҫәтәм: яңынан янығыҙға ҡайтҡас, һеҙҙе йәлләмәйәсәкмен.


Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр – нәфселәре буйынса, ә Изге Рух буйынса йәшәүселәр Рух теләге буйынса фекер йөрөтә.


Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ,


Алла быны ҡанундың ғәҙел талаптары беҙҙә – гонаһлы тәбиғәтебеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәгәндәрҙә – ғәмәлгә ашһын өсөн эшләне.


Әллә бындай ниәт ҡороп, уйламайынса эш иттемме? Йә донъя кешеһе кеүек бер үк ваҡытта «эйе» лә, «юҡ» та тип әйтәмме?


Оят булһа ла әйтәйем, быларына инде «көсөбөҙ» етмәне. Ә кемдеңдер нимәгә булһа ла маҡтанырға батырсылығы етә икән, ул саҡта – аҡылһыҙ кеше һымаҡ әйтәйем – мин дә батырсылыҡ итәм.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios