Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




2 Коринфтарға 1:8 - Изге Яҙма

8 Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ.

Ver Capítulo Copiar




2 Коринфтарға 1:8
13 Referencias Cruzadas  

Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Эфеста йыртҡыстар менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «иртәгә барыбер үләбеҙ, ашап-эсеп ҡалайыҡ!»


Һеҙ, инде беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә бар, байыныҡ, тип уйлайһығыҙ, хатта беҙҙән башҡа батшалыҡ итә башланығыҙ. Һеҙҙең ысынлап та батшалыҡ итеүегеҙҙе бик теләр инем! Ул ваҡытта беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә батша булыр инек.


сөнки был ҡалала, Һөйөнөслө Хәбәргә ҡаршылар күп булһа ла, хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асыҡ.


Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде.


Әммә Дауыт ант итеп: – Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине.


Арабыҙҙа Пәрҫиә, Мадай, Ғелам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадукияла, Понтоста, Асия өлкәһендә,


Паулус һәм уның юлдаштары Фругия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларға Алла һүҙен Асия өлкәһендә һөйләргә рөхсәт итмәне.


Имандаштар, мин был хаҡта белеүегеҙҙе теләйем: башҡа халыҡтар араһындағы һымаҡ һеҙҙең арағыҙҙа ла хеҙмәтемдең уңышын йыйыр өсөн, янығыҙға күп тапҡырҙар барырға ниәтләнем, әммә әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрап торҙом.


Үҙебеҙгә түгел, ә үлгәндәрҙе терелтеүсе Аллаға таянырға өйрәнер өсөн, беҙ үҙебеҙҙе үлемгә хөкөм ителгәндәр кеүек хис иттек.


билдәһеҙ тип һанаһалар ҙа, танылғанбыҙ; һәр саҡ үлем янаһа ла, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирһәләр ҙә, үлтерелмәгәнбеҙ;


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios