Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




2 Коринфтарға 1:5 - Изге Яҙма

5 Беҙҙә Мәсих ғазаптары арта барған һайын, Уның аша йыуанысыбыҙ ҙа арта.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

5 Беҙҙә Мәсих ғазаптары арта барған һайын, Уның аша йыуанысыбыҙ ҙа арта.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Беҙҙә Мәсих ғазаптары арта барған һайын, Уның аша йыуанысыбыҙ ҙа арта.

Ver Capítulo Copiar




2 Коринфтарға 1:5
13 Referencias Cruzadas  

Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.


Мин Мәсихтең Үҙен танырға, Уның үленән терелеү ҡөҙрәтен белергә, ғазаптарын уртаҡлашырға һәм Мәсихтең үлемендә Уға оҡшарға теләйем.


Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм, йәшәйемме мин, үләмме, Мәсихте бөтә йәнем-тәнем менән данларыма өмөтләнәм һәм ашҡынып көтәм.


Әгәр Мәсихтә йыуаныс табаһығыҙ икән, әгәр Уның мөхәббәте шатлыҡ килтерә икән, әгәр һеҙҙә Рух уртаҡлығы, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлылыҡ бар икән,


Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.


Ошо ваҡытта Йәрүсәлимдә Шимғон исемле тәҡүә һәм Алланы ололап йәшәгән бер кеше бар ине. Ул Исраилға йыуаныс килерен көтөп ғүмер итте, Изге Рух менән һуғарылғайны.


Алла балалары булғас, беҙ Уның вәғәҙә иткәндәренә лә эйә булабыҙ, Мәсих менән бергә был вәғәҙә ителгәндәрҙе уртаҡлашасаҡбыҙ. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.


Антиохияла, Иконионда, Лустрала эҙәрлекләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булыуымды беләһең бит. Ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үттем, барыһынан да Раббы мине ҡотҡарҙы!


Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның шөһрәте асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios