Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Петр 3:20 - Изге Яҙма

20 Улар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға буйһонмаған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул кәмәлә бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

20 Был рухтар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға итәғәтһеҙ булған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул карапта бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Улар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға буйһонмаған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул кәмәлә бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.

Ver Capítulo Copiar




1 Петр 3:20
28 Referencias Cruzadas  

Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты һәм тағы ла ете кешене иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән.


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Раббы әйтте: – Минең рухым кешелә мәңгелеккә ҡалмаясаҡ, сөнки кеше үлемле. Уның ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл булыр.


Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта.


Нух улдары, ҡатыны һәм килендәре менән кәмәнән сыҡты.


Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итергә булдым.


Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба.


Нух улдары Шем, Хам, Йәфәҫ, ҡатыны, өс килене менән тап ошо көндө кәмәгә инде.


Аңлағыҙ: Раббыбыҙ сабыр, сөнки ул кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙенә Алла тарафынан бирелгән зирәк аҡылы менән беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ Паулус та һеҙгә шулай тип яҙғайны.


Алла ла шулай уҡ эшләне түгелме һуң? Бәлки, Ул Үҙенең асыуын һәм ҡөҙрәтен күрһәтергә теләп, һәләкәткә дусар ителгән «нәфрәт көршәктәренә» ҡарата ҙур сабырлыҡ күрһәткәндер? Быны Ул Үҙ даны хаҡына алдан уҡ Үҙе әҙерләгән «шәфҡәт көршәктәренә» Үҙ данының байлығын асыу өсөн эшләне.


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Әммә Раббы һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер өсөн көтә, Ул тағы һеҙгә рәхимле булырға әҙер, Сөнки Раббы – ғәҙел Алла: Уға өмөт бағлағандар ниндәй бәхетле!


Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны.


Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы.


Бары Нух ҡына Раббы күңеленә хуш ине.


Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иманлылар өс меңгә яҡын кешегә тулыланды.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Һеҙ һарыҡ һымаҡ аҙашып йөрөнөгөҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.


Рухы менән Ул тотҡондағы рухтар янына барып вәғәз әйтте.


Шулай итеп, Алла ихтыяры буйынса ғазап сигеүселәр, изгелек ҡылып, үҙ йәндәрен тоғро Бар итеүсегә ышанып тапшырһындар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios