Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Петр 3:14 - Изге Яҙма

14 Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ.

Ver Capítulo Copiar




1 Петр 3:14
29 Referencias Cruzadas  

Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.


Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.


Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!


– Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тип яуапланы Ғайса. – Йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡыма һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына ҡалдырып киткәндәр


Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; әммә кем үҙенең йәнен Минең хаҡыма һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына юғалта, уны һаҡлап ҡалыр.


Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡыма ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ.


Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр. Кем Минең хаҡыма үҙенең йәнен юғалта, ул уны алып ҡалыр.


Мәҫәлән, Сара ла Ибраһимды хужам тип атап, уға күндәм булған. Һеҙ ҙә игелек ҡылһағыҙ һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаһағыҙ, Сараның балалары булырһығыҙ.


Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; әммә Минең хаҡыма йәнен юғалтҡан уны алып ҡалыр.


Мин Раббыға әйттем: «Эй Раббы, Һин бөтәһен дә белеп тораһың, Иҫеңә төшөр мине, ҡурсала. Мине эҙәрләүселәрҙән үс ал. Һин сабырһың – мине һәләк итә күрмә, Һин тип хурланғанымды онотма.


Һин уларҙан ҡурҡма. Мин һинең менән бергә булырмын, һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы.


«Һеҙҙе йыуатыусы Мин генә, Мин! – ти Раббы. – Ниңә һеҙ фани кешенән – Үләндәй һулыған әҙәм балаһынан ҡурҡаһығыҙ?


сөнки һеҙгә Мәсихкә ышаныу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде.


Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ.


Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.


Һинең маңлайыңды саҡматаштан да ҡатыраҡ булған таш һымаҡ итәм. Улар фетнәсел халыҡ булһа ла, һин уларҙан ҡурҡма, алдарында ҡаушап ҡалма.


Көтмәгәндә килер афәттәрҙән, яуыз бәндәләргә килгән бәләләрҙән ҡурҡма,


Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios