Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 8:12 - Изге Яҙма

12 Һеҙ имандаштарығыҙға ҡарата ошо рәүешле гонаһ ҡылыуығыҙ һәм уларҙың көсһөҙ выжданын яралауығыҙ менән Мәсихкә ҡарата гонаһ ҡылаһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 Һеҙ имандаштарығыҙға ҡарата ошо рәүешле гонаһ ҡылыуығыҙ һәм уларҙың көсһөҙ выжданын яралауығыҙ менән Мәсихкә ҡарата ла гонаһ ҡылаһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Һеҙ имандаштарығыҙға ҡарата ошо рәүешле гонаһ ҡылыуығыҙ һәм уларҙың көсһөҙ выжданын яралауығыҙ менән Мәсихкә ҡарата гонаһ ҡылаһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 8:12
18 Referencias Cruzadas  

Әммә Миңә ышанған бынау кесе йәндәрҙең берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.


Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ бынау иң кесе йәндәрҙең береһенә эшләмәгән нәмәне Миңә лә эшләмәнегеҙ», – тиер.


Мәсих – күп ағзаларға эйә булған тән кеүек; тән күп ағзаларҙан торһа ла, бер бөтөндө тәшкил итә.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Шунан һуң Уның янына Петрус килеп: – Хакимым, туғанымды, әгәр ул миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, нисә тапҡыр ғәфү итергә тейешмен? Етегә тиклемме? – тип һораны.


Һаҡ булығыҙ, был кесе йәндәрҙең береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.


Бына бөгөн Раббының мәмерйәлә һине ҡулыма тапшырғанын үҙ күҙҙәрең менән күреп тораһың. Миңә, һине үлтер, тинеләр. Тик мин һине аяным. «Хакимыма ҡул күтәрмәйем, сөнки ул – Раббының мәсихе», – тинем.


Кеше кешегә ҡаршы гонаһ ҡылһа, Алла аралашсы була алыр. Әммә кеше Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылһа, кем уға аралашсы булыр? – тине. Тик улар аталарының әйткәнен тыңламаны, сөнки Раббы улар үлергә тейеш тип ҡарар ҡылғайны инде.


– Был халыҡ һиңә нимә эшләне? Ниңә һин уларҙы шундай ауыр гонаһҡа тарыттың? – тип һораны Муса Һарундан.


– Бөгөн кис Раббы һеҙгә ризыҡланырға ит, ә иртәнсәк туйғансы ашарлыҡ икмәк бирер, сөнки Ул Үҙенә ҡаршы һуҡранғанығыҙҙы ишетте, – тине Муса. – Ә беҙ шул тиклем кем? Беҙгә түгел, Раббыға ҡаршы һүҙ әйтәһегеҙ һеҙ!


Рәүвән былай тине: – Малайға золом ҡылмағыҙ, тип әйтмәнемме ни мин һеҙгә? Тыңламанығыҙ. Хәҙер уның ҡаны өсөн яуап тотабыҙ.


Авимәләх Ибраһимды саҡыртып алды ла: – Ни эшләнең һин беҙҙең менән? – тине. – Һинең алдыңда ниндәй ғәйебем бар ине – мине лә, батшалығымды ла гонаһҡа батыра яҙҙың бит. Әҙәм ҡылмаҫты ҡылдың һин миңә.


Әммә Миңә ышанған бынау кесе йәндәрҙең берәйһен юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.


Был кесе йәндәрҙең берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.


Ризыҡ арҡаһында Алланың эшен юҡҡа сығарма. Һәр ризыҡ саф, әммә ашаған аҙығың менән берәйһен гонаһҡа ҡотортһаң, дөрөҫ булмай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios