6 Быны мин әмер итеп түгел, ә мөмкинлек биреп әйтәм.
Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм.
Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым.
Башҡаларға Раббы түгел, мин әйтәм: әгәр берәй имандашыңдың ҡатыны иманһыҙ булып, ҡатын уның менән йәшәргә риза икән, иманлы ир уны ташламаҫҡа тейеш.
Хәҙер әйтәсәк һүҙҙәрем – Раббы ҡушыуы буйынса түгел, ә ахмаҡ кеүек маҡтаныуым.
Өйләнешкәндәргә мин түгел, Раббы әмер бирә: ҡатын иренән айырылмаһын.
Кейәүгә сыҡмаһа, ул бәхетлерәк булыр ине – был минең фекерем һәм миндә лә Алла Рухы бар тип уйлайым.