Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 4:5 - Изге Яҙма

5 Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

5 Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыртасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алла тарафынан маҡтау аласаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 4:5
48 Referencias Cruzadas  

Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуғанын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул!


сөнки тәндә саҡта ҡылған яҡшы йә яман эштәребеҙгә ҡарата һәр кем үҙенә тейеште алһын өсөн, бөтәбеҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.


һәр береһенең эше асыҡ күренеп торасаҡ, уны хөкөм көнө белдерәсәк. Был көн ут менән асыласаҡ, ә ут инде һәр кемдең эш сифатын һынаясаҡ.


Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.


Үҙ-үҙен маҡтаған түгел, ә Раббының маҡтауын ҡаҙанған кеше генә Уның тарафынан хуплана.


Быларҙың барыһы ла Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса хөкөм итәсәк көндө буласаҡ.


Шуға күрә, эй башҡаларҙы хөкөм иткән әҙәм, кем генә булһаң да, һиңә аҡлау юҡ. Башҡаларҙы хөкөм итеп, һин үҙеңде лә хөкөм итәһең. Сөнки һин, эй хөкөм итеүсе, үҙең дә шуны уҡ ҡылаһың.


Мин тәхет ҡаршыһында торған үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Тағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.


Алла һәр бер эште, һәр йәшерен ғәмәлде – яҡшыһын да, яманын да – Үҙенең хөкөмө алдына ҡуя.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Эстән йәһүд булған ғына – ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәктәге сөннәт кенә – ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух тарафынан ғәмәл ҡылына. Бындай йәһүд кешеләрҙең түгел, ә Алланың маҡтауын ҡаҙаныр.


Уның урынына, хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡағып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең выждан хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Башҡаның хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Баҫып торамы ул, йығылып ятамы, үҙенең хужаһы хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек.


Һеҙ бер-берегеҙҙән маҡтау алырға яратаһығыҙ, ә берҙән-бер Алланан маҡтау ҡаҙанырға тырышмайһығыҙ. Шулай булғас, нисек ышана алырһығыҙ?


Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин – ҡанунды үтәүсе түгел, ә уны хөкөм итеүсеһең.


Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Ғәфү итегеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәфү ителерһегеҙ.


Хужаһы ҡайтып, эштең үҙе әйткәнсә үтәлгәнен күрһә, ул хеҙмәтсе ниндәй бәхетле!


Бына Ул болоттар араһында килер, Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар Уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.


сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ.


– Мин яңынан килгәнгә тиклем уның йәшәүен теләһәм дә, һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса.


Улар: «Ғайса килергә вәғәҙә итмәнеме ни? Ҡайҙа һуң ул? Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үлеп бөттө, ә бар нәмә, донъя яратылғанда нисек булһа, шул килеш ҡала бирә», – тиерҙәр.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Шул саҡ һеҙ яңынан тәҡүә кешене залимдан, Аллаға хеҙмәт иткәнде Уға хеҙмәт итмәгәндән айыра башларһығыҙ.


Ханох, Әҙәм быуынындағы етенсе кеше, улар тураһында пәйғәмбәрлек ҡылып былай тигән: «Бына Үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ изгеләре менән Раббы килер.


Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә – Мәсих, шунан һуң, Ул килгәндә, Мәсихтекеләр тереләсәк.


Ошоноң менән был икмәкте ашаған һәм был кәсәнән эскән һайын һеҙ Раббы килгәнгә тиклем Уның үлемен иғлан итәһегеҙ.


Шуға күрә, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүен көткәндә, бер ниндәй ҙә рухи бүләккә мохтажлығығыҙ ҡалманы.


гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;


Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның күктәге болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙәге бөтә халыҡтар ҡайғырып илашыр.


Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.


Ә сәсеүсе менән һыу ҡойоусы бер үк эште башҡара, уларҙың һәр береһе үҙ хеҙмәтенә ҡарап әжерен аласаҡ.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Ҡараңғылыҡтың тәрәнлектәрен асыр, Дөм ҡараңғылыҡты яҡтыға сығарыр.


Мин уларҙың бөтә ҡылғандарын күреп торам. Улар Минән йәшенә алмай – енәйәттәре күҙ алдымда.


– Минең исемемдән ялған пәйғәмбәрлек итеүселәрҙең һөйләгәндәрен ишеткәнем бар Минең: «Мин бер төш күрҙем, мин төш күрҙем!» – тиҙәр улар.


Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Улар йәнә Мысырға әйләнеп ҡайтыр.


Шуға күрә ундай кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ! Асылмайса ҡалыр йәшерен нәмә һәм беленмәйсә ҡалыр һис бер сер юҡ.


Бына нилектән имандаштар араһында: «Ул шәкерт үлмәйәсәк», – тигән һүҙ таралды. Әммә Ғайса «ул үлмәйәсәк» тимәне, бары тик: «Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, һинең ни эшең бар?» – тип кенә әйтте.


Кемдең ҡоролмаһы имен ҡала, шул төҙөүсе әжерен аласаҡ.


Кемдер был хаҡта бәхәсләшергә теләһә, белһен: беҙҙә лә, Алла берҙәмлектәренең башҡаларында ла икенсе төрлө ғәҙәт юҡ.


Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.


Кеше аҡылына күрә маҡталыр, боҙоҡ ниәтле – хурланыр.


Шуға ла мин быларҙы, хаттары менән беҙҙе ҡурҡытырға уйлай икән, тигән фекер ҡалмаһын өсөн әйттем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios