Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 3:3 - Изге Яҙма

3 сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк, ыҙғыш-талаш бар икән, ошо һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек булып ҡалаһығыҙ түгелме һуң?

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Бер-берегеҙҙән көнләшәһегеҙ, үҙ-ара бәхәсләшәһегеҙ икән, был һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек эш итәһегеҙ түгелме һуң?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк, ыҙғыш-талаш бар икән, ошо һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек булып ҡалаһығыҙ түгелме һуң?

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 3:3
17 Referencias Cruzadas  

сөнки көнсөллөк һәм мин-минлек булған ерҙә тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эштәр хөкөм һөрә.


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Әгәр бер-берегеҙҙе кимереп, этләшеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ!


Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, мин-минлек, яла яғыуҙар, ғәйбәт, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.


Беренсенән, берҙәмлектәге йыйылыштарҙа айырым төркөмдәргә бүленеүегеҙ тураһында ишетеп торам, һәм быға мин ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам.


Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоа йортондағыларҙан белдем.


Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ.


Әммә улар Адам ҡалаһы янында килешеүҙе боҙҙо, Шунда Миңә хыянат итте.


Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер уйлы һәм бер маҡсатлы булығыҙ.


Әгәр берегеҙ: «Мин – Паулус яҡлы», икенсегеҙ: «Мин – Аполлос яҡлы», – ти икән, һеҙ был донъя кешеләре һымаҡ булаһығыҙ түгелме?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios