Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 3:1 - Изге Яҙма

1 Имандаштар, мин һеҙгә Алла Рухына эйә булыусыларға өндәшкән кеүек һөйләй алманым, һеҙгә донъя кешеләренә, Мәсихтәге сабыйҙарға һөйләгән кеүек мөрәжәғәт итергә тура килде.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Имандаштар, мин һеҙгә Алла Рухына эйә булыусыларға өндәшкән кеүек һөйләй алманым, һеҙгә донъя кешеләренә, Мәсих юлындағы сабыйҙарға һөйләгән кеүек мөрәжәғәт итергә тура килде.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Имандаштар, мин һеҙгә Алла Рухына эйә булыусыларға өндәшкән кеүек һөйләй алманым, һеҙгә донъя кешеләренә, Мәсихтәге сабыйҙарға һөйләгән кеүек мөрәжәғәт итергә тура килде.

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 3:1
11 Referencias Cruzadas  

Һөт менән туҡланған кеше хаҡ менән ялған араһындағы айырманы һиҙә алмай, сөнки ул – сабый.


Ә аҡылды беҙ рухи яҡтан өлгөрөп еткән иманлылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин – гонаһҡа ҡолдай һатылған донъяуи әҙәм.


Балаларым, һеҙгә яҙам: Гонаһтарығыҙ Ғайса хаҡына ярлыҡанды.


Имандаштар, берәйһе ниндәйҙер гонаһ өҫтөндә тотола икән, һеҙ, кемде Алла Рухы йөрөтә, ипле генә итеп уны төҙәтегеҙ. Әммә, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, һәр берегеҙ үҙ-үҙен күҙәтһен.


Әммә Ғайса Петрусҡа боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине юлдан яҙҙырырға маташаһың, һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тине.


Кемдер берәү үҙен пәйғәмбәр йәки рухлы тип һанай икән, минең яҙғандарымдың Раббы бойороғо икәнен таныһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios