Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 2:13 - Изге Яҙма

13 Шуға ла был турала кеше аҡылы өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән һөйләйбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

13 Шуға ла был турала кеше зирәклеге өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән әйтәбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Шуға ла был турала кеше аҡылы өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән һөйләйбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ.

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 2:13
14 Referencias Cruzadas  

Иманығыҙ әҙәм аҡылына түгел, ә Алла ҡөҙрәтенә нигеҙләнһен өсөн, телмәрем дә, вәғәзләүем дә кеше аҡылының ышандырырлыҡ һүҙҙәренә түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәтен иҫбатлауға таянды.


Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.


Ғайса Мәсих мине һыуға сумдырырға түгел, ә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә ебәрҙе. Мәсих арҡысағының әһәмиәте юғалмаһын өсөн, вәғәзләгәндә хикмәтле һүҙҙәр ҡулланмайым.


Имандаштар, Алланың серен вәғәзләү өсөн янығыҙға килгәндә, мин матур һүҙҙәр һөйләргә һәм аҡылымды күрһәтергә уйламаным.


Уларға үҙҙәре өсөн түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


Мәсих һүҙе һеҙҙә мул булып, бер-берегеҙҙе зирәк аҡыл менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт бирегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


Беҙ һеҙгә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең ҡөҙрәте һәм Уның килеүе тураһындағы оҫта ғына уйлап сығарылған хикәйәттәргә эйәреп түгел, ә Уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ һөйләнек.


Бер-берегеҙ менән мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар аша аралашығыҙ, күңелегеҙҙә Раббыны данлап йырлағыҙ,


Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе әҙәм кешеләргә түгел, ә Аллаға һөйләй, уны бит бер кем дә аңламай, ул Изге Рух ярҙамында серҙәр сисә.


Беҙ күңелдәрегеҙҙә рухи орлоҡ сәскәнбеҙ икән, матди уңыш алырға өмөтләнеп, һеҙҙән күпте талап итәбеҙме ни?


Нимә һөйләргә икәнен һеҙгә шул сәғәттә Изге Рух өйрәтер.


Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios