6 Мөхәббәт ғәҙелһеҙлеккә һөйөнмәй, хәҡиҡәткә шатлана.
Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа – нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ.
Һинең балаларың араһында, беҙгә Ата бойорғанса, хәҡиҡәт юлында булыусыларҙы тапҡаныма бик ҡыуандым.
Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.
шул арҡала, хәҡиҡәткә ышанмайынса, ғәҙелһеҙлектән кинәнеүселәр бөтөнөһө лә хөкөм ителер.
Халҡымдың гонаһтары ҡаһиндарҙың ризығы булды, Улар кешенең яман ҡылығын теләп тора.
Ахмаҡтар гонаһ ҡорбанына көлөп ҡарар, намыҫлылар Раббының илтифатын ҡаҙаныр.
Хәлемә ҡыуанма, эй дошманым! Мин йығылһам да, торормон, Ҡараңғылыҡта ҡалһам да, Раббым миңә яҡтылыҡ булыр.
Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә.
Күптәр Мәсихтең арҡысаҡтағы үлеменә дошман булып йәшәй бит. Был хаҡта мин һеҙгә байтаҡ һөйләнем, хәҙер хатта күҙ йәштәрем аша әйтәм.
Әммә уныһы әһәмиәтле түгел. Мәсихте нисек кенә вәғәзләмәһендәр, ике йөҙлөлөк менәнме, ихласмы – мин быға шатмын. Артабан да ҡыуанасаҡмын ғына,
бөтәгеҙ өсөн ҡылған доғаларымды һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ менән башҡарам,
Тегеләре, ҡыуанып, Йәһүҙәгә аҡса бирергә булдылар.
Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр.
Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа, Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем!
Нигеҙҙәр емерелгәндә Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ.
Итро Раббының Исраил халҡына эшләгән яҡшылыҡтары, уларҙы мысырҙар ҡулынан аралағаны тураһында ишетеп ҡыуанды.
Батшаны – яуызлыҡтары, Түрәләрен ялған менән ҡыуандыралар.
Уны табып алһа, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, юғалмаған туҡһан туғыҙына ҡарағанда, табылғанына ул нығыраҡ ҡыуаныр.