Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 13:1 - Изге Яҙма

1 Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған һуҡма тәрилкәләр сыңы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған тәрилкәләр сыңы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған һуҡма тәрилкәләр сыңы.

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 13:1
22 Referencias Cruzadas  

Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа выждандан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.


Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ихлас яратығыҙ, сөнки мөхәббәт күп гонаһтарҙы ҡаплар.


Алла Рухының емештәре иһә – мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, игелеклелек, изгелек, тоғролоҡ,


Мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ, әммә пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем дә юҡҡа сығыр.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтәбеҙҙең дә белемебеҙ бар» тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.


Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килгәндәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.


Ашаған ризығың имандашыңды борсоуға һала икән, һин яратып эш итмәйһең. Үҙ ризығың менән уға һәләкәт килтермә, Мәсих уның хаҡына ла үлде бит.


Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ бынау иң кесе йәндәрҙең береһенә эшләмәгән нәмәне Миңә лә эшләмәнегеҙ», – тиер.


Берәүгә Рух аша – аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә.


Йәиһә ҡолаҡ: «Мин күҙ түгелмен, шуға күрә мин тәндеке түгел», – тиеү менән генә тән ағзаһы булып тормаҫмы?


Зыңғылдауыҡ тәрилкәләр һуғып данлағыҙ! Яңғырауыҡ тәрилкәләр сыңлатып данлағыҙ!


Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар, Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер,


Берәүгә – мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә – пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә – рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер – бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, ә кемеһенәлер был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә.


Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе әҙәм кешеләргә түгел, ә Аллаға һөйләй, уны бит бер кем дә аңламай, ул Изге Рух ярҙамында серҙәр сисә.


Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе үҙен нығындыра, ә пәйғәмбәрлек ҡылыусы берҙәмлекте нығыта.


Мин һеҙҙең барығыҙҙың да шул телдәрҙә һөйләүен теләйем, әммә унан да бигерәк – пәйғәмбәрлек итегеҙ. Әгәр шул телдәрҙә һөйләүсе берҙәмлек нығынһын өсөн үҙенең һүҙҙәрен аңлатып бирмәһә, пәйғәмбәрлек итеүсе уға ҡарағанда берҙәмлеккә күберәк файҙа килтерә.


Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios