Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 11:2 - Изге Яҙма

2 Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин һеҙгә еткергән тәғлимәтте теүәл үтәүегеҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин өйрәткән нәмәләрҙе теүәл тотоуығыҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин һеҙгә еткергән тәғлимәтте теүәл үтәүегеҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым.

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 11:2
12 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә, имандаштар, ныҡ тороғоҙ, беҙ һеҙгә һөйләгән йәки хаттар аша өйрәткәндәрҙе тотоғоҙ.


Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым, һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр имандаштар берҙәмлегендә мин ошолар тураһында өйрәтәм.


Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ.


Һөйөнөслө Хәбәр һүҙҙәрен мин вәғәзләгәнсә тотһағыҙ, уның менән ҡотолорһоғоҙ, тотмаһағыҙ – иманға килеүегеҙ юҡҡа булыр.


Һеҙҙең нимә, ашап-эсергә өйөгөҙ юҡмы ни? Әллә һеҙ Алла берҙәмлеген һанға һуҡмайһығыҙ һәм мохтаж булғандарҙы кәмһетәһегеҙме? Һеҙгә ни тип әйтергә? Маҡтарғамы? Юҡ, бының өсөн һеҙҙе маҡтамайым.


Артабанғы күрһәтмәләремә күсәм. Һеҙҙе йыйылыштарҙағы ҡылыҡтарығыҙ өсөн маҡтай алмайым: уларҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк.


Улар икеһе лә, Раббының бойороҡтарын да, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналды.


Ә хәҙер Тимоҫеус эргәгеҙҙән ҡайтты, иманығыҙ һәм һөйөүегеҙ тураһында, шулай уҡ беҙҙең хаҡта һәр ваҡыт яҡшы иҫтәлектәр йөрөтөүегеҙ, беҙҙең кеүек үк күрешергә бик ныҡ теләүегеҙ тураһында яҡшы хәбәр алып килде.


Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтә берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.


Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios