Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 10:7 - Изге Яҙма

7 Шулай уҡ, ҡайһы берҙәре кеүек, ялған илаһтарға табыныусылар булмағыҙ. Улар хаҡында Изге Яҙмала: «Халыҡ ашарға-эсергә кереште, артабан инде күңел асырға тотондо», – тип әйтелгән.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

7 Шулай уҡ, ҡайһы берҙәре кеүек, ялған илаһтарға табынмағыҙ. Улар хаҡында Изге Яҙмала: «Халыҡ ашарға һәм эсергә ултырҙы ла, торғас ялған илаһтар алдында ҡотороп күңел асырға тотондо», – тип әйтелгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Шулай уҡ, ҡайһы берҙәре кеүек, ялған илаһтарға табыныусылар булмағыҙ. Улар хаҡында Изге Яҙмала: «Халыҡ ашарға-эсергә кереште, артабан инде күңел асырға тотондо», – тип әйтелгән.

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 10:7
14 Referencias Cruzadas  

Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,


Шуға күрә, һөйөклөләрем, ялған илаһтарға табыныуҙан ҡасығыҙ.


Шунан Раббы: «Тиҙерәк түбәнгә төш, сөнки һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың тамам аҙҙы. Мин бойорған юлдан бик тиҙ тайпылдылар, үҙҙәренә ҡойолма илаһ яһап алдылар», – тине.


Үҙҙәрен имандаштарығыҙ тип атаған көйө фәхешлек, ҡомһоҙлоҡ ҡылған, ялған илаһтарға табынған, яла яҡҡан, эскесе, алдаҡсы кешеләр менән аралашмауығыҙҙы күҙ уңында тоттом, хатта ундайҙар менән бергә ултырып ашамағыҙ ҙа.


Балаларым, ялған илаһтарҙан һаҡланығыҙ.


Тупламға яҡынайыу менән Муса үгеҙ башмаҡ һынын, халыҡтың бейешкәнен күрҙе. Асыуы ялҡынланып, ҡулындағы таҡтаташтарҙы тау итәгендә ергә күтәреп бәрҙе лә улар селпәрәмә килеп ватылды.


Йушағ, кешеләрҙең ҡысҡырышҡанын ишетеп, Мусаға: – Тупламда һуғыш шауы ишетелә, – тине.


Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй Исраил, бына һине Мысырҙан алып сыҡҡан аллаң! – тип ҡысҡырышты.


Барыһы ла бындай белемгә эйә түгел бит. Ҡайһы берәүҙәр әле һаман ялған илаһтар тураһындағы элекке ҡараштарҙан баш тартмай. Ҡайһы берәүҙәр ялған илаһтарға шул тиклем күнеккән, килтерелгән ҡорбан итен ашағанда, ялған илаһтарға бағышланған ит тип ҡабул итәләр, шуның менән көсһөҙ выждандары бысрана.


Киреһенсә, беҙ уларға, ялған илаһтарға ҡорбанға килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға тейешбеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios