Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 10:4 - Изге Яҙма

4 һәм бөтәһе лә бер үк рухи эсемлекте эскән. Улар бит үҙҙәренең артынан килгән рухи ҡаянан эскән, ә был ҡая – Мәсих.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

4 һәм бөтөнөһө лә бер үк рухи эсемлекте эскән. Улар бит үҙҙәренең артынан килгән рухи ҡаянан эскән, ә был ҡая – Мәсих.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 һәм бөтәһе лә бер үк рухи эсемлекте эскән. Улар бит үҙҙәренең артынан килгән рухи ҡаянан эскән, ә был ҡая – Мәсих.

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 10:4
23 Referencias Cruzadas  

Мин Хорев тауында бер ҡая өҫтөндә һинең алдыңда торормон. Таяҡ менән ҡаяға һуғыуың булыр, унан һыу урғылып сығыр – әйҙә, эсһен халыҡ. Муса Исраил аҡһаҡалдарының күҙ алдында шулай эшләне.


Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!


Сүллектән алып сыҡҡанда, һыуһыҙ интекмәнеләр; Улар өсөн ҡаянан һыуҙар ағыҙҙы; Ҡая ярҙы, унан һыу атылып сыҡты.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Уларҙы ҡәүемдәр ҡулына тапшырҙы, Дошмандары уларға хаким булды.


Муса ҡулын күтәрҙе лә ҡая ташҡа таяғы менән ике мәртәбә һуҡты – унан шарлап һыу аға башланы, кешеләр ҙә, мал-тыуар ҙа туйғансы һыу эсте.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


Ҡырағай йәнлектәр, сүл бүреләре һәм дөйәғоштар Мине данлар, Сөнки, һайлап алған халҡымды һуғарыр өсөн, Сүлгә һыу, ҡыу далаға йылғалар бирәм.


Былар барыһы ла – киләсәктә була торғандың күләгәһе генә, ә ысынбарлыҡ – Мәсихтә.


Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тере һыуҙы бушлай алһын.


Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай.


Ә яһаған гонаһ әйберегеҙҙе – һеҙ ҡойоп яһаған үгеҙ башмаҡ һынын алып утта яндырҙым, уны ваттым да, туҙанға әйләнгәнсе онтаным. Шунан ул саңды тауҙан сыҡҡан ағын һыуға һиптем.


Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Йәрүсәлимгә тап килә, сөнки хәҙерге Йәрүсәлим – үҙ балалары менән ҡоллоҡта.


Ул, ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, кешеләрҙе, ҡырағай йәнлектәрҙе, осар ҡоштарҙы һинең ҡулыңа тапшырған һәм һине уларға хаким итеп ҡуйған. Алтын баш – һин үҙең!


Ете һимеҙ һыйыр ете йылды аңлата, ете туҡ башаҡ та шулай уҡ ете йыл. Йәғни быларҙың икеһенең дә мәғәнәһе бер.


– Төшөңдөң мәғәнәһе шул, – тине уға Йософ. – Өс үҫенте – өс көн ул.


«Был дүрт дәү януар ерҙә күтәрелеп сығасаҡ дүрт батшалыҡты аңлата.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios