Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 10:10 - Изге Яҙма

10 Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, йән алыусы фәрештә тарафынан ҡырылды.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

10 Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, Үлем фәрештәһе тарафынан ҡырылды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, йән алыусы фәрештә тарафынан ҡырылды.

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 10:10
23 Referencias Cruzadas  

Иртәгәһенә бөтә Исраил йәмғиәте: – Раббының халҡын һеҙ үлтерҙегеҙ, – тип Муса менән Һарунға ябырылды.


Исраилдар Муса менән Һарунға зарланды; бөтә йәмғиәт уларға: – Мысыр ерендә һәләк булһаҡ йә ошо сүллектә генә үлеп ҡалһаҡсы!


күргән ерҙәре хаҡында яман һүҙ таратҡан бөтә кешеләр үлде, Раббы ебәргән үләттән ҡырылып бөттө.


Алла, Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн, Үҙенең фәрештәһен ебәрә. Әммә фәрештә ҡаланы ҡыра башлағас, Раббы кире уйлай, яза бирмәҫкә була. Халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – ти. Был ваҡытта Раббы фәрештәһе йевуси халҡынан булған Орнан тигән кешенең ырҙыны янында торған була.


Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ.


Фәрештә Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн ҡулын күтәргәйне, әммә Раббы кире уйлап бәләгә сик ҡуйҙы. Ул халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – тине. Раббы фәрештәһе был ваҡытта йевуси халҡынан булған Арауна тигән кешенең ырҙыны янында тора ине.


Уның бойороуы була – дауыл ҡуба; Бейек-бейек тулҡындар ҡалҡына.


Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ.


Был әҙәмдәр, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана, аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.


Кешеләр: «Беҙ нимә эсәйек?» – тип Мусаға дәғүә белдерә башланы.


Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.


Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәрә, ул Ашшур батшаһы ғәскәрендәге барлыҡ батырҙарҙы, ғәскәр башлыҡтарын һәм түрәләрҙе ҡырып сыға. Ашшур батшаһы, хурлыҡҡа ҡалып, үҙ еренә кире ҡайтып китә. Үҙ илаһының йортона килгәс, уны үҙ улдары ҡылыс менән сәнсеп үлтерә.


Шунан һуң Алла йортонан ете фәрештәгә: – Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт туҫтағын ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем.


Иман аша ул, баш балаларҙы һәләк итергә тейеш булған фәрештә Исраил халҡының балаларына теймәһен өсөн, ишектәргә ҡан һибеү һәм ҡотҡарылыу байрамын билдәләне.


Һин бит әле үҙең яҡлылар менән бергә Раббының Үҙенә ҡаршы сыҡтың. Һарун кем ул, уға ҡаршы һөйләнергә?


Кемде һайлаһам, шуның таяғы сәскә атыр. Мин Исраил халҡының һеҙгә һуҡраныуын шулай туҡтатырмын.


Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios