Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




1 Коринфтарға 1:13 - Изге Яҙма

13 Мәсих бүлгеләндеме ни? Әллә Паулус һеҙҙең хаҡҡа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландымы? Бәлки, һеҙ Паулус исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үткәнһегеҙҙер?

Ver Capítulo Copiar

Инжил

13 Мәсих бүлгеләндеме ни? Әллә Павел һеҙҙең хаҡҡа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландымы? Бәлки, һеҙ Павел исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үткәнһегеҙҙер?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Мәсих бүлгеләндеме ни? Әллә Паулус һеҙҙең хаҡҡа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландымы? Бәлки, һеҙ Паулус исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үткәнһегеҙҙер?

Ver Capítulo Copiar




1 Коринфтарға 1:13
15 Referencias Cruzadas  

Раббы – бер, иман – бер, һыуға сумдырылыу – бер.


Ни өсөн тигәндә, берәйһе килеп беҙ вәғәзләмәгән башҡа берәй Ғайса тураһында һөйләй башлаһа, йәки һеҙгә бирелгән Рухтан башҡа рухты тәҡдим итһә, йәки үҙегеҙ ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа «һөйөнөслө хәбәрҙе» ҡабул итергә өгөтләһә, һеҙ ундайҙарға тиҙ ҡолаҡ һалаһығыҙ.


– Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


Бөтәһе лә шул болотҡа һәм диңгеҙгә һыуға сумдырылғандай, Мусаның эйәрсендәре булып киткәндәр,


Быны ишеткәс, улар Раббы Ғайса исеме менән һыуға сумдырылды.


Шулай итеп, Петрус уларҙы Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырырға ҡушты. Һуңынан улар Петрустан үҙҙәре янында бер нисә көнгә ҡалыуын һоранылар.


Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, ҡайһы бер кешеләр Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләй.


Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Шуға күрә бер кем дә минең исем менән һыуға сумдырылыуы хаҡында әйтә алмай.


Мәсих нәҡ үлеләр һәм тереләргә Хаким булыр өсөн үлде һәм терелде.


сөнки Раббы Ғайса исеме менән улар бары тик һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәйне, ләкин береһенә лә Изге Рух инмәгәйне әле.


Килгән кешеләр үҙҙәренең гонаһтарын асыҡтан-асыҡ таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios